+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2019, 10:30

"Рейтинг яңы эштәргә дәртләндерәсәк"

26-27 сентябрҙә Өфөлә ШОС, БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ойошторола.

26-27 сентябрҙә Өфөлә ШОС, БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ойошторола.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров халыҡты эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтыу, уларға үҙ кәсебен йәйелдереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән аныҡ йүнәлештәр булдырыу бурысын ҡуйҙы, был күрһәтмә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә, үҙаллы шөғөлгә тотонорға ҡарар иткәндәргә документ яғынан ярҙам итеү, аңлатыу эштәре ойоштороу маҡсатында Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыуы ла алға китешкә үҙ өлөшөн индерҙе. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарыу йолаға әйләнде тиерлек.

Әлеге бизнес-форумда Дәүләт Думаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса эксперт советы вәкилдәре төбәктәрҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың рейтингын булдырыуҙы тәҡдим итәсәк. Был хаҡта “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Рөстәм Моратов белдерҙе.

“Милли проект ил төбәктәрендә тиҙ һәм тейешле кимәлдә тормошҡа ашырыла. – тине ул. – Рейтинг булдырыу власты ошо йүнәлештәге яңы өҫтәмә эштәргә дәртләндерәсәк”.

Башланғыстың авторы – Эксперт советы етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов.

Форумда 2,5 самаһы кеше ҡатнашасаҡ. Улар – федераль һәм төбәк министрлыҡтары, ведомстволары вәкилдәре, бизнесмендар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хоҡуҡ һаҡсылары, эксперттар, ЮНИДО, ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмалары ағзалары. Ҡараласаҡ төп темаларҙың береһе – ШОС, БРИКС илдәрендә бизнес алып барыуҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Йыйында 20 самаһы сара ойоштороласаҡ. Бизнесты яҡлауҙың халыҡ-ара хартияһына ҡул ҡуйыу, Башҡортостандың 100 инвестиция проектына исем туйы үткәреү планлаштырылған.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Был милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған.
Читайте нас: