+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 16:47

Әбйәлилдәр Апимондияла ҡатнашасаҡ

Алтындай ялтырашҡан тәмле продукция араһында беҙҙең райондың ялан-ҡырҙарында йыйылғаны ла бар ине.

Башҡортостанда бал фестивале уҙҙы. Йәйҙең хуш еҫен үҙенә йыйған тәмле бал рәт-рәт теҙелеп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырҙы. Алтындай ялтырашҡан тәмле продукция араһында беҙҙең райондың ялан-ҡырҙарында йыйылғаны ла бар ине.

Өфөләге бал байрамында республиканың төрлө тарафтарынан килгән татлы продукция етештереүселәр араһында Әбйәлил делегацияһы ла булды. Райондың билдәле умартасыһы Мәҙинә Ибраһимова, һуңғы йылдарҙа был кәсеп менән уңышлы шөғөлләнгән Фирүзә менән Шамил Йәрмөхәмәтовтар үҙҙәрен фестивалдә лайыҡлы күрһәтте. Һәр төбәк вәкилдәре сарала тирмәләр ҡорҙо, күргәҙмәгә төрлө балдар тәҡдим итте, ҡаҙаныштары менән маҡтанды.

— Фестивалдә ҡатнашыусылар беҙҙең күргәҙмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, айырыуса бал ҡорттары менән умарта ҡуйыуыбыҙ уңышлы килеп сыҡты, — тип һөйләй Мәҙинә Рәсих ҡыҙы. — Байрам ҡунаҡтары әллә нисә төр Әбйәлил балын тәмләне. Балауыҙ, һитә һәм башҡа продукциялар алып барҙыҡ.

Башҡа райондарҙан килгән йөҙҙән ашыу умартасы араһында беҙҙең район балсылары үҙҙәренең бай күргәҙмәһе менән айырылып торған. Яҡташтарыбыҙҙың күргәҙмәһе үҙенсәлекле булыуын республиканың ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов та билдәләй.

Йүкә, сәскә, ҡарабойҙай, тағы әллә нисә төр татлы ризыҡты ҡала халҡы бик теләп тәмләп тә ҡараған, һатып та алған.

Баллы байрамда күргәҙмә ҡуйыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнгән. Әбйәлилдәр фестивалдә икенсе урынға лайыҡ булып, төрлө наградалар алған.

— Бүләктең иң ҡәҙерлеһе — 2021 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ «Апимондия» бал фестивалендә ҡатнашыуға сертификат булды, — ти М. Ибраһимова. — 47-се халыҡ-ара конгресс сиктәрендә уҙасаҡ был сара беҙҙең республикала үтә һәм минең был әһәмиәтле фестивалдә ҡатнашҡым килә ине. Бүләктәрҙе тапшырғанда Ә. Ишемғолов әбйәлилдәрҙең «Апимондия»ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтәсәктәренә өмөт белдерҙе. Хәҙер беҙгә ҙур сараға ентекле әҙерләнергә, күрһәтелгән ышанысты аҡларға кәрәк.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: