+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2019, 12:11

Бергәләп тыуған еребеҙҙе йәшеллекккә күмәйек

Республика көнө алдынан «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы үтәсәк

Был көндө Башҡортостанда ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, каштан, ҡарама, тирәк кеүек эре ағастар һәм гөлйемеш, миләш, спирей ҡыуаҡтары ултыртыу планлаштырыла.
Тәүге акция быйыл апрелдә үткәйне. Сарала республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 164 тематик аллея булдырылды, 109 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды.
Әбйәлилдәр ҙә был акцияға әүҙем ҡушыла. «Әбйәлил урмансылығы» етәксеһе Зариф Абдуллин әйтеүенсә, иртәгә урман хужалығы эшсәндәре Ярлыҡап ауылына яҡын тау битләүенә ағас ултыртырға сыға. Зариф Тәфтизан улы был акцияға теләге булғандарҙы ҡушылып, һәр кемде үҙ ағасын ултыртырға саҡыра. Бергәләп тыуған еребеҙҙе йәшеллеккә күмәйек!
Р. ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: