+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 16:49

Башҡортостан ҡыҙҙары «Мисс Интеграция» һылыуҡай конкурсында титул яулаған

Новосибирск ҡалаһында коляскала йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә Рәсәй буйынса «Мисс Интеграция» һылыуҡай конкурсы үткәрелгән.

Новосибирск ҡалаһында коляскала йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә Рәсәй буйынса «Мисс Интеграция» һылыуҡай конкурсы үткәрелгән. Өфө ҡалаһынан Диана Рәхмәтуллина «Мисс Стиль», Стәрлетамаҡтан Гүзәл Бакирова «Мисс Бойондороҡһоҙлоҡ» титулдарына лайыҡ булған. Диана Рәхмәтуллинаға 28 йәш, ул маникюр һәм ҡаш буйынса мастер булып эшләй. Ҡыҙ Ҡырымда лидерҙар лагерында уҡып сыҡҡан, әлеге ваҡытта физик мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе аэробика серҙәренә төшөндөрә. 34 йәшлек Гүзәл Бакирова ҡаш һәм керпектәр буйынса мастер, шулай уҡ ул Стәрлетамаҡта уҙғарылған «Сәләмәт тормош – 2018» фестиваленең ойоштороусыларының береһе булған.
Читайте нас: