Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 12:20

Һаумы, һанлы телевидение!

2019 йылдың 14 октябрендә Башҡортостан тулыһынса телетапшырыуҙарҙы аналог алымында күрһәтеүҙән туҡтап, һанлы форматҡа күсә. Телевизор ҡарарға яратыусылар өсөн был ваҡиға әһәмиәтлелеге йәһәтенән аҡлы-ҡаралы күрһәтеү алымынан — төҫлөгә йәки модем аша ҡулланылған интернетты юғары тиҙлеклегә алмаштырыуға тиң.

Нимә ул

«һанлы телевидение»

Техник йәһәттән тәфсирләп һәм ҡатмарлы һүҙҙәр менән аңлатып тормайынса, һанлы һәм аналог телевидениены телефондар миҫалында ҡарайыҡ. Элекке ҡала һәм ауыл араһындағы бәйләнеш телефондарында сигнал сым аша бара ине һәм уның ярҙамында тик шылтыратыу ғына мөмкин булды. Ә хәҙерге смартфондар — телефон да, мини-компьютер ҙа, калькулятор ҙа, фотоаппарат та... Һәм уларға бер ниндәй ҙә сым кәрәкмәй. Ябай итеп әйткәндә — бына шулай.

Заманса технологиялар телевизион сигналға бихисап файҙалы нәмәләрҙе берләштерә ала. «Һанлы» картина һәр ваҡыт аныҡ, сағыу, уға һауа торошо тәьҫир итмәй. Шулай уҡ ул Full HD һәм 4K (һүрәттең үтә юғары сифаты) форматтарында видео күсереү мөмкинлегенә эйә. Тауыш та күпкә сифатлыраҡ, телетекст, тапшырыуҙар программаһы, һанлы радио һәм башҡа өҫтәмә сервистар етерлек.

Һанлы күрһәтеү алымының иң төп өҫтөнлөгө – бөгөндән үк телевизорға антенна ҡуйып, тулыһынса бушлай 20 канал ҡарау һәм өс радиостанция тыңлау мөмкинлеге.


Нисек тоташырға

Өфө, башҡа ҙур ҡалалар һәм ауылдар халҡы бик күп йылдар дауамында кабелле операторҙар, IP TV хеҙмәттәре менән ҡуллана йәки юлдаш тәрилкәләре ҡуйҙырҙы. Уларға бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, йәғни был кешеләргә «реформа» ҡағылмай — кабелле телевидение операторҙары күптән инде кәрәкле эштәрҙе башҡарып ҡуйҙы. Яңылыҡ дөйөм йорт йәки айырым бүлмә антеннаһы менән ҡулланыусыларға ғына ҡағыла.

Был осраҡта ике вариант бар:

— Әгәр һеҙҙең телевизорығыҙ заманса һанлы булһа, DVB-T2 форматын ҡабул итһә (быны тауарҙың ҡабындағы мәғлүмәттәргә таянып йәки «Яндекс»та маркаһы буйынса эҙләп табырға мөмкин), һанлы телевидениеға күсеү өсөн бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, бары тик каналдарҙы яңынан көйләргә генә тура киләсәк.

— Әгәр телевизорығыҙ иҫке, йәғни 2013 йылға тиклем сыҡҡан өлгөлә булһа, ул һанлы сигналды тота алмаясаҡ, шуға күрә махсус приставка һатып алырға тура киләсәк. Приставканан тыш, артабан бер нәмә өсөн дә түләргә кәрәкмәйәсәк. Был ҡорамал яҡынса бер мең һум тора. Ошо хаҡтан ҡиммәт була алмай! Төрлө мутлашыусы әҙәмдәрҙең фатирҙар буйлап йөрөп, тиҙҙән телевидение күрһәтеүҙән туҡтаясаҡ тип, 10-15 мең һумға приставка һатыу осраҡтары ла билдәле. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ — бер мең һәм бер тингә лә күберәк түгел! Был ҡорамалды электр тауарҙары һатылған бөтә магазиндарҙа, супермаркеттарҙа һатып алырға мөмкин.

Тағы ла шуны белеү ҡамасауламаҫ: ҡайһы берҙә һатыусылар DVB-T кеүек иҫке моделдәрҙе лә һатып ебәрәләр, ә был осраҡта DVB-T2 тип аталған төр кәрәк. Әлбиттә, уларҙың тәүгеһе лә һанлы сигналды ҡабул итәсәк, әммә ҡорамалдың яңырағын һайларға тырышығыҙ, сөнки заман бер урында тормай.

Башҡортостан Республикаһында аҙ тәьмин ителгән граждандарға һанлы күрһәтеүгә күсеү өсөн дәүләт ярҙамы ҡаралған. Был мөмкинлек менән бөгөнгә ете меңдән ашыу кеше файҙаланған. Дәү-ләт ярҙамына түбәндәгеләрҙең хоҡуғы бар:

* балаһына пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр;

* федераль социаль түләү алған пенсионерҙар;

* интернаттарҙа йәшәгән ололар;

* телепрограмманы йәшерен субтитрҙар ярҙамында ҡараған насар ишетеүсе граждандар.

Йәшәгән ауылы һанлы телевидение зонаһына эләкмәгән граждандарға бушлай юлдаш тәрилкәһе ҡуясаҡтар — ундайҙар һаны әле үк алты мең самаһы кеше.


Әгәр приставка һатып алмаһаң, нимә була?

Әгәр телевизорығыҙ иҫке булһа һәм һеҙ һанлы приставка һатып алмаһағыҙ, 14 октябрҙән һуң аналог сигнал менән эшләүҙән туҡтамаған каналдарҙы ғына ҡарай аласаҡһығыҙ. Мәҫәлән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, урындағы ҡала телеканалдары аналог алымы менән күрһәтәсәк. Башҡалар урынында ҡара төҫтәге экран торасаҡ.

Һәм киреһенсә: әгәр һеҙ приставка һатып алып, 20 бушлай каналға тоташһағыҙ ҙа, иҫке антеннағыҙҙы ташларға ашыҡмағыҙ! Сөнки ул БЮТ аша хоккей һәм яңылыҡтар ҡарау өсөн кәрәк буласаҡ, сөнки әлегә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бушлай каналдар исемлегенә инмәгән.

Әгәр һорауҙар ҡалһа,

ҡайҙа

мөрәжәғәт итергә?

Башҡортостанда һанлы телевидениеға күсеү өсөн Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыу селтәренең филиалы яуаплы. Консультацион ярҙам үҙәге белгестәре һанлы телевидениеға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарға яуап, ҡабул итеү ҡоролмаһын дөрөҫ һайлау, урынлаштырыу буйынса кәңәш бирәсәк.

Һорауҙар менән тәүлек әйләнәһенә эшләгән бушлай федераль «ҡыҙыу линия» телефонына ла шылтыратырға мөмкин:

8-800-220-2002.

Һанлы телеприставкаға тоташыу буйынса күрһәтмәләр техник паспортта бирелә, шулай уҡ смотри-цифру.рф сайты аша ла танышырға мөмкин. Әгәр һеҙ телевизорығыҙҙы йәки приставкағыҙҙы үҙаллы көйләй алмаһағыҙ, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бының өсөн 8.00 – 20.00 сәғәттәр арауығында 8-800-347-00 -55 һандары буйынса төбәктә эшләгән «ҡыҙыу линия»ға шылтыратығыҙ (шылтыратыу бушлай).

— Халыҡҡа һанлы телевидениеға күсеү мөмкин тиклем еңел һәм уңайлы булһын өсөн бихисап эштәр башҡарҙыҡ, әле һуңғы ынтылыш ҡалды. Ирекмәндәр төркөмө бөтә райондарҙа ла аңлатыу эштәре алып барасаҡ. Кешеләрҙең һорауы буйынса улар приставка һәм ҡорамалдарҙы дөрөҫ тоташтырыу һәм көйләү йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәк. Урындағы хакимиәткә йәки «ҡыҙыу бәйләнеш» телефонына (уны өҫтәрәк яҙып үттек) шылтыратып, ирекмәндәрҙең телефон һандарын алырға мөмкин, — тип һөйләне Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.


Читайте нас в