-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 12:26

Хәрби хеҙмәттә ниндәй яңылыҡтар бар?

Ил башлығының Указына ярашлы, 1 октябрҙән Рәсәй Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырылыш башланды. Беҙҙең райондан Ҡораллы Көстәр сафына 86 егетте оҙатыу планлаштырыла.

Октябрь – декабрь айҙарында хәрби частәрҙе 132 мең кеше тулыландырасаҡ. Повесткалар запаста булмаған 18 – 27 йәшлек егеттәргә ебәреләсәк.

Хәрби саҡырылышҡа бәйле бер нисә ҡағиҙә һәм үҙгәрештәргә байҡау яһайыҡ.

Белеүегеҙсә, былтыр педагогик белем алыусыларҙы — буласаҡ уҡытыусыларҙы — һалдат казармаларына йылына бер тапҡыр ғына, яҙғыһын саҡырыу тураһында фарман булғайны. Шул документҡа ярашлы, йәш уҡытыусылар көҙгө саҡырылышта армия тураһында борсолмаһа ла була. Бынан тыш, Генераль штабтың мобилизация идаралығы буйынса начальнигы, генерал Е. Бурдинский әйтеүенсә, көҙгө баҫыу эштәренә йәлеп ителгән әрме йәшендәге егеттәр ҙә 15 октябрҙән һуң ғына повестка аласаҡ. Алыҫ Себерҙә йәшәүселәр 1 ноябрҙән саҡырыла башлай.

Тағы бер яңылыҡ: әрменән кисектерелеүгә хоҡуҡлы булған (юғары белем алыу, олоғайған ата-әсәһен ҡарау, сабыйы тыуыу һ.б. сәбәптәр буйынса) йәки азат ителгән граждандар, хәрби комиссариатҡа ғариза яҙып, был хоҡуҡтан баш тарта һәм үҙ ирке менән ил алдындағы бурысын үтәй ала.

Көҙгө саҡырылыш планы былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ, был контракт менән хеҙмәт итеүселәр һаны артыуына бәйле.

Шулай ҙа, контракт хеҙмәтенә өҫтөнлөк бирелһә лә, Ҡораллы Көстәр йәш һалдаттарҙан баш тартырға ниәтләмәй әле. «Хәрби һөнәр үҙләштереү, ир-егеттәрҙе мобилизацион йәһәттән әҙерләү маҡса-тында әрмегә саҡырыу иң эффектлы алым булып ҡала, — тип иҫәпләй Е. Бурдинский. — Армияла булған кеше үҙенең Ватанын һаҡлауға өлөш индереүен яҡшы аңлай, рухи һәм физик йәһәттән нығына. Әгәр хәрби хеҙмәт контракт буйынса ғына формалаштырылһа, аҡса эшләүгә ҡорол-ған системала әхлаҡлылыҡ кәмейәсәк».

Быйыл саҡырыласаҡ һалдаттарҙың уртаса йәше — 20 йәште уҙған егеттәр. Араларында вуз тамамлаусылар күп. Улар, тәү сиратта фәнни роталарҙы тулыландырасаҡ. Быйыл 17 фәнни һәм 4 фәнни-етештереү роталары резерв туплай. Илдең йыйылма командаларында сығыш яһаусы спортсылар 5 спорт ротаһына ебәрелә.

Ҡалғандарға иһә хәрби частәрҙә урын етерлек. Айырыуса ДОСААФ-та хәрби-иҫәп һөнәре үҙләштереүселәргә ихтыяж ҙур.

Саҡырыу буйынса хәрби комиссариатҡа килмәй, ҡасып йөрөүселәргә штрафтар арттырылыуы (хатта алты тапҡырға!) көтөлә. Бындай ҡәтғи сара үҙенең йәшәү, эш урынын алмаштырыуы, ғаилә хәле үҙгәреүе тураһында хәбәр итмәүселәргә, ҡасырға маташыусыларға ҡарата ҡулланыласаҡ. Әйткәндәй, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан запастағы граждандар ҙа комиссариат менән даими бәйләнештә булырға тейеш. «Российская газета» яҙыуынса, хәрби ведомство әҙерләгән яңы положениеға ярашлы, хәрби комиссариат теркәлеү урыны буйынса түгел, ә туғандарында, таныштарында йә-шәп, повестка алмаҫҡа теләгән граждандарҙы ла иҫәпкә ҡуя һәм саҡыра аласаҡ.

Законға индерелгән тағы бер үҙгәрешкә ярашлы, хәрби бурысын үтәргә киткән йәш атайҙың был осорҙа икенсе балаһы тыуһа, ул ваҡытынан алда демобилизацияланасаҡ. Тағы: әгәр егет кәләш алып, хәләл ефете йөклө ҡала һәм бер бала тыуһа — ул бер йыл хеҙмәт итеп ҡайта, әгәр бәхетле ғаиләлә игеҙәктәр донъяға килә икән, ул һис икеләнеүһеҙ һалдат итеген сисһә лә була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әрмегә саҡырылмау хоҡуғын алыуға тағы ошондай сәбәптәр инә:

- әгәр һалдат яҡын туғаны — атаһы, әсәһе йәки бер туған ағаһы, апайы, ҡустыһы, һеңлеһен ҡарарға мәжбүр булһа һәм уларҙы ҡалдырырға башҡа кеше табылмаһа;

- әгәр йәш һалдаттың атаһы йәки ағаһы хәрби хеҙмәт иткән осоронда һәләк булһа. Бындай ҡыҙғаныс хәл ул үҫмер саҡта уҡ теркәлһә, уны бөтөнләй саҡырмаясаҡтар.

Оборона министрлығы медицина комиссияларына ла талаптарҙы арттыра. Норматив акт әле тикшереү стадияһында, ул ҡабул ителгән осраҡта буласаҡ һалдаттарҙың һау булыу-булмауы үтә етди иғтибарға алынасаҡ.

Беҙҙең райондан көҙгө саҡырылышта 86 егетте Ҡораллы Көстәр сафына ебәреү планлаштырылған. Уларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, яҡшы частәргә эләгеүҙәрен һәм Әбйәлил намыҫына тап төшөрмәй, өлгөлө, имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: