+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2019, 20:08

Республика көнөн ҡаршылап

Республика көнөнә ҡарата 1-се Асҡар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте.

Аҙналыҡты «Башҡортостан – гүзәл республикам» күргәҙмәһе асты. Данлы хеҙмәттәре, ҡаһарманлыҡтары менән республика тарихын яҙған билдәле шәхестәр, арҙаҡлы яҡташтар фотогалереяһы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Милли кейемдәр көнөндә мәктәпкә форма урынына башҡорт кейемендә килергә рөхсәт ителде. Ҡыҙҙар стилләштерелгән кейемдәргә, милли биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирһә, 7-се «г» класынан Мират Сәйәхов ысын башҡорт егете булып килде. «Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә» конкурсына бик күп ғаиләләрҙең нәҫел ағастары тәҡдим ителде. Ғаилә тарихына 7-9 быуынға тиклем тәрән белеүселәр тип Руслан Абдуллин (6-сы «а» класы), Алтынай Килдейәрова (5-се «б»), Диана Сафиуллина (7-се «г») билдәләнде. VII–XI кластар араһында «Әйтер һүҙем бар» шиғырҙар бәйгеһе уҙҙы. Поэтик һүҙ алышына егеттәрҙең сығыуы ҡыуаныслы. Тамерлан Хәлилов, Рөстәм Сабитов, Альберт Исҡужин (7-се класс), Фидан Яхин, Ирхан Ласынов, Илмир Сәйетғәлин, Илмир Ильясов, Айҙар Һибәтуллин, Искәндәр Алламоратов (8-се класс), Элмир Сафиуллин, Мораҙым Хәкимов, Динар Дәүләтшин (9-сы класс) төрлө авторҙарҙың Башҡортостан темаһына шиғри шәлкемдәрен тәҡдим итте. 11-се кластар «Һуғыш менән һағыш йәнәш йәшәй» әҙәби-музыкаль композияһы менән сығыш яһаны.
Аҙна дауамында мәктәптән милли рух бөркөлдө. Ишектән килеп ингәс тә ҡурай моңдары ҡаршы алды. Һәр аҙым һайын тиерлек яҙып эленгән тыуған ил, тел, халыҡ тураһындағы мәҡәлдәр уҡыусылар күңелендә лә уйылмай ҡалмағандыр, моғайын. Ә тәнәфестәрҙә «Әбйәлилем – тыуған ерем» тигән викторина ойошторолдо. Иң тапҡырҙар, тыуған ер тарихын яҡшы белгән иң илһөйәр уҡыусылар тәмлекәстәр менән бүләкләнде. Каникулдан һуң Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҙур сара менән аҙналыҡҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Модуль системаһы буйынса уҡыусы 1-се Асҡар урта мәктәбендә бөгөндән каникул башланды.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: