+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2019, 20:05

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы дәррәү үтте

«Экология» милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» акцияһы бөтә республика буйынса дәррәү үтте.

«Экология» милли проекты сиктәрендә ойошто-ролған «Йәшел Башҡортостан» акцияһы бөтә республика буйынса дәррәү үтте. Бөтә ҡала һәм райондарҙа ҡарағай, ҡарағас, ҡайын, йүкә, тирәк, миләш ағастары ултыртылды, яңы сквер-аллеялар хасил булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та акцияға ҡушылды һәм 155-се лицей уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән Һупайлы биҫтәһендә ҡарағайҙар ултыртты. «Һәр муниципалитеттың ағас ултыртыу буйынса үҙенең планы буласаҡ. Йәшелләндереү өмәһенә бөтә ҡала-райондар әүҙем ҡушылды, был бик ҡыуаныслы», — тип белдерҙе Радий Хәбиров. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы тәүге тапҡыр республикала апрель айында уҙҙы. Унда 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Өмәлә 164 аллеяға нигеҙ һалынды, 109 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды.

Райондаштар ҙа биләмәне йәшелләндереү акцияһына ихлас ҡушылды. Ауыл биләмәләрендә 27 сентябрҙән 5 октябргә тиклем ағас ултыртыу өмәләре барҙы, уларҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 4523 кеше ҡатнашты. Район предприятие-ойошмалары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәренән тыш, йәмәғәт ойошмалары, ғөмүмән, тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған кешеләр дәррәү сыҡты. Күп урындарҙа өмәселәр өсөн йылы аш, сәй табыны ойошторолдо. Ҡаҙмаш урмансылығының Ярлы-ҡап ауылы янындағы 3 гектарлыҡ биләмәһендә күмәк көс менән 12 меңдән ашыу үҫенте, Асҡар ауылының Шайморатов аллеяһына 150 төп ағас ултыртылды. Дөйөм алғанда акция сиктәрендә районда 14 меңдән ашыу үҫенте сәселде.


Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: