-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2019, 17:12

Мул уңыш байрамы

Булат ауылында «Алтын көҙ» байрамы үтте.

Булат ауылында «Алтын көҙ» байрамы үтте.
Уны ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары — Вәсилә Итекәйева, Гүзәлиә Байбулатова, Әнисә Нафиҡова ойошторҙо. Иң алда улар һәр йортҡа йөрөп, өлгөр хужабикәләрҙең баҡса уңышын ҡарап сыҡты, әҙерләгән ҡайнатма-салаттарын фотоға төшөрҙө. Нимә генә үҫтермәгән тырыш баҡсасылар: кәбеҫтәләре тәгәрәп ятып уңған, кишер-сөгөлдөрҙәре тауҙай ишелгән, помидор-ҡыяр, борос, һуған-һарымһаҡ, ҡабаҡ, ташҡабаҡ. Ҡыш буйына ашарға ла етерлек, бала-сағаға ла таратҡандай итеп һаҡларға ла һалғандар, банка-банка әллә нисә төрлө салат-маҙар ҙа әҙерләгәндәр. Еләк-емештән ҡайнатма, компоттары үҙ мәле еткәнен көтөр өсөн күптән баҙға төшөп ҡунаҡлаған.
Мәҙәниәт усағында үткән сарала ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәренән күргәҙмә ҡорҙо. Булат ауылының апай-еңгәләре, килен-ҡыҙҙары бар яҡтан да маһир икән. Күргәҙмәләге әйберҙәрҙең матурлығына, күплегенә иҫ китерлек ине. Әнүзә Ҡунаева, Вәсилә Вәлиева, Гөлдәр Ғүмәрова, Әнисә Нафиҡова, Вәсилә Итекәйева командаларға бүленеп, төрлө уйындар-конкурстар уҙғарҙы. Һуңынан үҙҙәре әҙерләгән тәм-том менән сәй эсеп, клубта ихлас бейеп ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙҙар байрамды ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, тағы берәй сара уҙғарайыҡ тигән теләк еткерҙе.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: