+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2019, 19:10

Ҡотло булһын, илем, байрамың!

Республика көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш уҙҙы.

Республика көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш уҙҙы.
Мөһим байрам уңайынан әбйәлилдәрҙе район башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне, райондың был көндө ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршылауы тураһында отчет менән сығыш яһаны. БР финанстар министры урынбаҫары З. З. Бакиров республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе.
Иң емешле йылдарын район мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаған үҙ дәүеренең булдыҡлы етәкселәре, төрлө тармаҡтарҙың алдынғы хеҙмәткәрҙәре – бөгөн хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Байрам айҡанлы район мәҙәниәтселәре «Тарих биттәре» республика фестиваль-марафоны сиктәрендә күптән түгел Өфө сәхнәһендә ҡуйылған «Әбйәлилем – биш ырыу төйәге» концерт прогаммаһын тәҡдим итте.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: