+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 10:54

28 проектта беҙҙең район ҡатнаша

Төбәк проекттарының Башҡортостанда булдырылған 58 паспорттың 28-ендә беҙҙең район бар.

Хакимиәттең иҡтисад бүлеге начальнигы Гүзәлиә Ғаррапова проекттарҙың районда ниндәй кимәлдә тормошҡа ашырылыуы тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Ул әйтеүенсә, Әбйәлил 12 проекттың етәүһендә ҡатнаша — «Мәғариф», «Мәҙәниәт», «Һаулыҡ һаҡлау», «Демография», «Торлаҡ һәм ҡала мөхите», «Һанлы иҡтисад» һәм «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларын яҡлау». Уларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында район башлығы етәкселегендә проект комитеты булдырылған. Төбәк проекттарының Башҡортостанда булдырылған 58 паспорттың 28-ендә беҙҙең район бар. Биш төбәк проекты буйынса финанслау асылған һәм быйыл аҡсаның 65,7 проценты үҙләштерелгән. 2024 йыл аҙағына түбәндәге маҡсаттарға өлгәшеү күҙаллана: балалар үлемен кәметеү, дөйөм өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, балалар өсөн технопарк булдырыу, мәҙәниәт усаҡтарына халыҡты күпләп йәлеп итеү, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләргә теләүселәрҙе хуплау, волонтерҙар һанын арттырыу, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, электрон рәүештә күрһәтелеүсе өҫтөнлөклө муниципаль хеҙмәттәрҙе күбәйтеү, ауыл хужалығы тармағында эшҡыуарлыҡ субъекттары (крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, кооперативтар) һанын арттырыу.
Читайте нас: