+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2019, 15:08

2020 йылды «Осҡон» менән бергә!

Ташламалы хаҡ менән матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә район гәзите редакциялары почта менән берлектә Гәзиткә яҙылыусы көнөн уҙғарҙы.

Ташламалы хаҡ менән матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә район гәзите редакциялары почта менән берлектә Гәзиткә яҙылыусы көнөн уҙғарҙы.
«Осҡон»до яратып уҡыусы тоғро дуҫтарыбыҙ беҙ иғлан иткән акцияға ихлас ҡушылды. Асҡар халҡы ғына түгел, хатта башҡа ауылдарҙан да килеп етеп, 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылыусылар булды. Йыллыҡ подписка эшләтеүселәр, «районка»ны ике телдә лә алдыртыусылар булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы күренеш. Форсаттан файҙаланып бер юлы башҡа республика баҫмаларына яҙылыусылар ҙа бар ине.
Беҙ, акцияны ойоштороусылар, үҙ сиратыбыҙҙа, «Осҡон» һәм «Абзелил»ға яҙылыусы һәр дуҫыбыҙҙы бәләкәй генә бүләктәр менән ҡыуандырҙыҡ. Тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәр яҙылыусының күңеленә хуш килде. Бынан тыш, яҡташыбыҙ Иҙрис Ноғомановтың «Әсәйгә бүләк» тип аталған китабы уҡырға яратҡан әбйәлилдәр өсөн яҡшы бүләк булды. Автор үҙе лә «Осҡон»ға яҙылды һәм китап алыусыларға автограф бирҙе. Бының өсөн Ринат Мөҙәрис улына (Иҙрис Ноғоманов – уның әҙәби псевдонимы) редакция коллективы исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.
Матбуғатҡа яҙылыу акцияһы тамамланғас, яҙылыусылар араһында отош уйыны уҙғарылды. Барабанды Азалия исемле ҡыҙ әйләндереп, бәхетле квитанцияларҙы тартып сығарҙы. «Осҡон»ға яҙылыусылар араһында бүләктәрҙе Рысҡужана Рим Яхин (сәйнүк), Асҡарҙан гәзитте редакция аша алдырасаҡ Хәмзина (аяҡ кейемдәрен киптергес), Зилә Ҡусҡарова (юрған), Октябрҙең 70 йыллығы, 28 адресына яҙҙырыусы Сәғәҙәтова (кружкалар наборы), Дауыттан Рөстәм Оморҙаҡов (һанлы телевидение антеннаһы), Амангилденән Иштимер Ғүмәров (аш-һыу үлсәгесе) отто. Бағымсыбыҙ «Урал аръяғы – Агро» МТС-ы биргән 1-шәр тоҡ бойҙай һәм һоло Асҡарҙан Дилара Мурзина менән Заһир Ғәлинға эләкте.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: