+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 12:47

Башҡортостанда аналог һүндерелә

Бөгөн, 14 октябрҙә, республикала аналог тапшырыуҙары һүндерелә.

Бөгөн, 14 октябрҙә, республикала аналог тапшырыуҙары һүндерелә. Кәрәкле ҡорамал, һанлы приставка йәки юлдаш тәрилкәһе тоташтырып өлгөрмәгән кешеләрҙең экрандарында һанлы телевидениеға тоташыу тураһында аңлатҡан мәғлүмәти ролик күрһәтеләсәк. Унда төбәктең ни өсөн һанлы форматҡа күсеүе, бының өсөн кәрәкле телевизор моделдәре хаҡында ентекле аңлатма бирелә.
— Реформа халыҡтың 15 – 20 процентына ҡағыласаҡ, — тип аңлата Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б. Мелкоедов. — Ҡалғандар күптән йә юлдаш тәрилкәһе ҡуйҙырған, йә IP-каналға тоташҡан. Аналог һүндерелгәндән һуң телетапшырыуҙар ҡарай алмаған оло йәштәгеләргә ярҙам итеү өсөн волонтерҙар билдәләнгән.
Аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына бушлай приставка ҡуйыу ҙа яйға һалынған.
Читайте нас: