+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 12:59

Волонтерҙар һанлы приставка ҡуйырға ярҙам итә

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Радик Рәхмәтуллин әйтеүенсә, аналог тапшырыуҙары һүндерелеү сәбәпле, оло йәштәгеләргә аңлатыу эштәре алып барыу буйынса волонтерҙар билдәләнгән.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Радик Рәхмәтуллин әйтеүенсә, аналог тапшырыуҙары һүндерелеү сәбәпле, оло йәштәгеләргә аңлатыу эштәре алып барыу буйынса волонтерҙар билдәләнгән. Улар бөтә ауыл биләмәләрендә лә бар. Айырыуса Йәнгел, Красная Башкирия, Ташбулат ауыл биләмәләрендә тәғәйенләнгән ирекмәндәрҙең эше әүҙем бара. Тик бында шуны аңлау мөһим: ирекмәндәр һанлы приставканы көйләргә генә ярҙам итә, улар тышҡа антенна ҡуйыу, юлдаш тәрилкәһе урынлаштырыу менән шөғөлләнмәй. Ярҙам кәрәк булһа, «ҡыҙыу линия»ға шылтыратырға йәки урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Радик Юлай улы бөгөн иртәнсәк Яҡтыгүл ауылынан оло йәштәге инәй шылтыратыуы һәм кәңәш һорауы тураһында хәбәр итте. Уның яңы телевизоры бар, әммә һанлы приставкаһы юҡ. Телевизорҙарҙың яңы моделдәрен һатып алған кешеләргә приставка алыу мотлаҡ түгел икән, телевизорҙың үҙенең эсендә һанлы тапшырыуҙарҙы тотоу өсөн ҡулайлама бар. Уны бары тик дециметрлы антеннаға тоташтырып, көйләргә генә ҡала.
Читайте нас: