+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 11:38

Хәрби иҫәп өсөн яуаплылар бүләкләнде

Ауыл биләмәләре башлыҡтарының дүшәмбе кәңәшмәһендә райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин мобилизацион әҙерлекте иң яҡшы ойоштороуға смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһаны.

Ауыл биләмәләре башлыҡтарының дүшәмбе кәңәшмәһендә райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин мобилизацион әҙерлекте иң яҡшы ойоштороуға смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһаны.

Конкурс комиссияһы тарафынан иң яҡшылар тип табылған урындағы үҙидара органдары һәм ойошма-предприятиелар бүләкләнде. Рөстәм Миңлеғәле улы еңеүселәрҙе иғлан итте. Район башлығы И. Т. Нафиҡов хәрби иҫәп буйынса белгестәргә хакимиәт башлығының грамоталарын тапшырҙы. Ойошма-предприятиелар араһында беренсе урынға «Әбйәлил урман хужалығы» лайыҡ булды. Хәрби иҫәп өсөн яуаплы Әлиә Исламова бүләкләнде. Икенселә «Абзелилспецкомобслуживание» МУП-ы һәм өсөнсө урында — Асҡар балалар йорто. Надежда Завадская менән Ләйлә Әлтәповаға грамота бирелде.

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре араһында беренсе урында — Гусев биләмәһе. Хәрби-иҫәп өҫтәле белгесе Гүзәл Байымова конкурста иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүгә өлгәшкән. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа Рауил һәм Красная Башкирия биләмәләре билдәләнде. Был эш өсөн яуаплы белгестәр Зөлфирә Ниғмәтуллина менән Нәзирә Ғәбитова грамота алды.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: