Башҡортостандың ауылдарында йәшәүселәрҙе иң ныҡ борсоған һорау — 14 октябрҙә федераль каналдар һанлы форматҡа күскәс, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын да ҡарау мөмкинлеге булмаясаҡмы?
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан белдереүҙәренсә, БСТ каналы республикала элеккесе — аналог режимында күрһәтеүен дауам итәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөтә һорауҙар буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй: 8-800-347-00-55.