Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров 2019 йылдың аҙағына тиклем төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу һәм өҫтөнлөклө мәсьәләләр буйынса сираттағы эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Быға тиклемгеһендә, 30 сентябрҙә уҙғарылғанында, төбәктә милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға бүленгән бюджет сараларын файҙаланыуҙың яй барыуына бәйле проблемалар билдәләнгәйне. Дөйөм бурыстың нисек үтәлеүе тураһында республика Хөкүмәтенең Төбәк проект офисы етәксеһе Айҙар Батыргәрәев һөйләне. Ул бюджет сараларының үтәлеше, контрактация, капиталь төҙөлөш объекттарының әҙерлеге кимәле буйынса мәғлүмәттәр килтерҙе.
Кәңәшмәнең төп һорауҙары 2019 йылдың аҙағына сафҡа инергә тейеш социаль әһәмиәтле объекттарҙа барған эштәргә бәйле булды. Докладтар менән “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәғариф”, “Мәҙәниәт” милли проекттарының төбәк проекттары етәкселәре, шулай уҡ Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Рәмзил Күсәрбаев сығыш яһаны. Бер нисә объект буйынса графиктан артта ҡалыу сәбәптәре әйтелде, был хәлде яйға һалыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерелде.
Шулай уҡ “Экология”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттарына ярашлы тормошҡа ашырылған төбәк проекттары етәкселәре докладтар менән сығыш яһаны.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Андрей Назаров төрлө күрһәтмәләр бирҙе, эште даими контролдә тоторға ҡушты.