Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре
ансамбле артисы Айбулат Баһаутдинов 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы командиры,
легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған һәйкәлде булдырыуҙа ҡатнаша.
Һәйкәл өҫтөндә эш Санкт-Петербург ҡалаһында бара, уның проекты өҫтөндә бер нисә
архитектор эшләй. Улар әйтеүенсә, һәйкәл барельефта 112-се атлы дивизияһының
тарих биттәре сағылған постаментта урын аласаҡ.