+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 12:36

Күп балалы ғаиләләргә махсус танытмалар тапшырыла

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күп балалы ғаиләләргә уларҙың статусын билдәләүсе махсус танытмалар бирелә.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күп балалы ғаиләләргә уларҙың статусын билдәләүсе махсус танытмалар бирелә. Был документ күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә магазиндарға, ял итеү үҙәктәрендә, музей-театрҙарҙа төрлө ташламалар менән файҙаланырға хоҡуҡ бирә. Танытманы алыу өсөн төбәктәге халыҡты социаль яҡлау бүлектәренә йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Документтар йыйылмаһы ябай ғына: ата-әсәнең паспорттары, никах теркәү йәки айырылышыу тураһында таныҡлыҡ, ғаилә хәле тураһында белешмә, балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтары (опекаға, уллыҡҡа алынғандарҙыҡы ла).
Ғаиләлә уллыҡҡа йәки опекаға алынған бала булһа, муниципаль органдың тейешле рөхсәте кәрәк була.
Бөгөнгө көнгә меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, 600-ҙән ашыу күп балалы ғаилә танытма алған да инде.
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 46 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй (өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала үҫтереүселә күп балалылар иҫәбенә инә).

Р. МӘСӘЛИМОВА.

Читайте нас: