-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 11:16

Президент йәнлектәрҙе законһыҙ аулаусыларға штрафтарҙы арттырҙы

В. Путин Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлектәрҙе законһыҙ рәүештә аулау һәм биоресурстарҙы файҙаланыу менән шөғөлләнгән кешеләргә енәйәти яуаплылыҡты арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

В. Путин Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлектәрҙе законһыҙ рәүештә аулау һәм биоресурстарҙы файҙаланыу менән шөғөлләнгән кешеләргә енәйәти яуаплылыҡты арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, бындай шөғөл хәҙер ауыр енәйәттәр категорияһына ҡараясаҡ. Быға тиклем төркөмгә ойошоп, браконьерлыҡ менән булышыусыларҙы етди яуаплылыҡҡа тарттырып булмай ине, хәҙер айырым пункт өҫтәлгәс, законһыҙ һунар итеүселәрҙе 4 йылға тиклем иректән мәхрүм итергә мөмкин буласаҡ. Суд, законды боҙоп, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлек-януарҙарҙы аулау, улар менән сауҙа итеү нескәлектәрен иҫәпкә аласаҡ. Был сауҙаны интернет аша алып барыусыларға яза тағы ла ҡәтғиерәк буласаҡ. Ә инде вазифауи хәлен файҙаланып, закон тарафынан яҡланған йәнлектәргә һунар ойоштороусылар 6 йылға тиклем рәшәткә артына китәсәк.

Читайте нас: