+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 10:59

Рәхмәт мәктәбенә газ килде

Рәхмәт ауылына 2014 йылда «зәңгәр яғыулыҡ» килһә лә, урта мәктәпкә газ үтмәй ҡалған.

Ҙур һәм заманса итеп, бөтә уңайлыҡтары менән төҙөлгән мәктәптең быға тиклем күмер менән йылытылыуына ышанырлыҡ та түгел. Райондың иң матур белем усағының береһе булған Рәхмәт урта мәктәбендә 100 уҡыусы, 15 уҡытыусы иҫәпләнә. Бында рәхмәттәрҙән тыш, Яйҡар һәм Аһылай ауылдары балалары уҡый. 2013 йылда ауыл халҡының ҙур хыялы тормошҡа ашырылып, мәктәп бинаһында балалар баҡсаһы асылды.

Рәхмәт ауылына 2014 йылда «зәңгәр яғыулыҡ» килһә лә, урта мәктәпкә газ үтмәй ҡалған. Уҙған йылда республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров беҙҙең районға тәүге сәфәре мәлендә Рәхмәт мәктәбенә лә ингәйне. Һәм ҙур белем усағын йылытыу өсөн күмер яҡҡандарын белеп, был проблеманы хәл итергә, мәктәпкә тиҙ арала газ үткәрергә ҡушты һәм эш барышын контроль аҫтына алды.

Тейешле документация тупланғандан һуң, август айынан Октябрьский ҡалаһының «Тэгмо» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте мәктәптең ҡаҙанлығын реконструкциялауға тотондо. Күмер менән яғылған өс ҡаҙанлыҡтың береһен генә ҡалдырып, газ ҡорамалдарын ҡуйҙы. Подрядсы ойошма эште тамамлауға, «Коммунальник» ЯСЙ-һы (Д. Ә. Аллаяров) төп трассанан ҡаҙанлыҡҡа тиклем газүткәргес һуҙҙы. Был эштәргә бөтәһе 2883210 һум аҡса киткән, саралар «Заманса мәктәп» милли проектының «Ауыл мәктәптәренә газ үткәреү» йүнәлешендә бүленгән.

Ҡаҙанлыҡты асыуға район мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов, Байым ауыл биләмәһе башлығы Й. Н. Зәйтүнов, газ һәм подрядсы ойошма вәкилдәре килде. Газ үткәреүселәр ҡорамалдарҙы тағы бер ҡабат тикшереп, ҡаҙанлыҡты тоҡандырҙы.

— Бөгөндән Рәхмәт мәктәбе йылы буласаҡ. Уҡыусыларға белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ярҙам иткән, эште ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарған газ хеҙмәте эшселәренә, подрядсыларға рәхмәтемде еткерәм, — тине Батыр Харис улы һәм «Тэгмо» ЯСЙ-һының баш инженеры Марсель Фәйрушинға, инженер Илнур Шәймәрҙәновҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

— Беҙҙең белем усағы өсөн ҙур ваҡиға — ниһайәт, газ үтә. Рәхмәт мәктәбе районда күмер яғып йылытылған һуңғы мәғариф учреждениеһы ине. Ике ҡатлы бинаны йылытыу өсөн йылына 200 тонна күмер китте, аҡсаға әйләндергәндә 800 мең һум тирәһе. Хәҙер беҙ был мәшәҡәтле һәм сығымлы булған күмер яғыуҙан уңайлы газ менән йылытыуға күсәбеҙ, — тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Рәхмәт мәктәбе директоры Зөһрә Әхмәҙиева.

Ауыл мәктәбенең оло мәсьәләһен хәл иткән өсөн биләмә башлығы Йәлил Зәйтүнов район, республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм педагогик коллективҡа уңыштар теләне.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: