+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 11:54

Уҡсыларға ҡарлы ямғыр ҡамасаулай алманы

Ял көндәрендә районда тәүге тапҡыр уҡ атыу буйынса турнир үтте. Ул Бейеш батыр иҫтәлегенә арналды.

Ял көндәрендә районда тәүге тапҡыр уҡ атыу буйынса турнир үтте. Ул Бейеш батыр иҫтәлегенә арналды.

Республикала киң таралыу ала барған уҡсылар хәрәкәтенә әбйәлилдәр ҙә яйлап ҡушыла барыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Рушан Хәсәнов күптән «Мәргән уҡсы» ойошмаһы составында Рәсәй, халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыш яһап, призлы урындар яулай ине. Унан башҡа, Тал Ҡусҡары уҙаманы Рөстәм Баһаув та халыҡсан спорт төрөн үҙ итеп, уны Әбйәлил балаларына өйрәтеүҙе лә маҡсат итеп алды. Йәш техниктар станцияһы директоры Вадим Ғафаров менән педагогы Салауат Фазлетдинов был йүнәлештә әһәмиәтле аҙымдар яһаны. Былтыр Рауилдән Миләүшә һәм Гүзәлиә Хәлиловалар уҡ-һаҙаҡ спортына ылыҡты, улар республика турнирҙарында сығыш яһап, тәжрибә тупланы. Һәм, ниһайәт, көткән көн килеп етте: мәргәндәр ҡунаҡсыл Әбйәлил ерендә йыйылды!

Үрҙә яҙып үткән райондаштарыбыҙ турнир юғары кимәлдә уҙһын өсөн бар тырышлығын, көсөн һалды. Йәштәр эштәре буйынса район комитеты рәйесе Шайморат Нәбиуллин да дөйөм эшкә тос өлөш индерҙе. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин бүләктәр менән ярҙам итте.

Иртәнсәктән башлап яуған ҡар, әсе ел, һыуыҡ мәргәндәргә ҡамасау була алманы. Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, Өфө, Сибай ҡалаларынан, Ишембай, Бөрйән, Учалы, Белорет, Салауат райондарынан килгән спортсыларҙы тәбрикләп, ярышты тантаналы асҡас, Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов менән Иҙәш Ҡусҡары ауылы имамы Рәйес Дәүләтбаев Бейеш батыр рухына аят бағышлап, сараға фатихаһын бирҙе. Ласын Мәғәфүров данлыҡлы батырыбыҙ исемен данлаған «Бейеш» йырын аһәңле итеп башҡарҙы.

Шәмбелә дистанцияға йәйәүле уҡсылар сыҡты. Улар өс төркөмгә бүленеп, 30, 40, 50, 70, 90 метрлыҡ дистанцияларҙа мәргәнлеген һынаны. Уҡсыларға һәр сәпкә 12-шәр уҡ атыу мөмкинлеге бирелде. Дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса еңеүселәр билдәләнде. Беренсе-икенсе урындарҙы Бөрйән егеттәре Дим һәм Денис Юлбирҙиндар ҡулдан ысҡындырманы. Өсөнсөлә — Белорет ҡалаһында йәшәүсе Әбйәлил егете Нуриман Хәйруллин.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ошо уҡ дистанцияларҙа уҡ осорҙо. Бында Учалы һылыуҙары Динә Вәлиева менән Нилә Исламова тәүге урындарҙы яулаһа, Әбйәлил ҡыҙы Гүзәлиә Хәлилова өсөнсө баҫҡысты биләне.

Спортсылар «Ирәндек» лагерында урынлаштырылды. Бынан тыш, Бейеш батырҙың вариҫы булараҡ, Рөстәм Баһаув уның рухына бағышлап ҡорбан салдырҙы һәм Тал Ҡусҡары ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, фольклор төркөмө ағзалары уны тәмле аш итеп яраштырып, ярыш майҙанына алып килде һәм уҡсыларҙы һыйланы.

Икенсе көндө иһә стартҡа һыбайлылар баҫты. Улар ике этапта мәргәнлек күрһәтте. «Һыбай менгән уҡсы 90 метрлыҡ арауыҡты 14 секунд эсендә сабып үтеп, 7 метр алыҫлыҡта торған ике сәпкә уҡ тейҙерергә тейеш, — тип аңлата Р. Баһаув. — Бер сәпкә бер уҡ бирелә. Иң етеҙ, иң мәргән уҡсылар ошонда һынала инде. Быйыл мин тәүге тапҡыр һыбайҙа үҙемде һынап ҡараным, тәьҫораттар — иҫ киткес!»

Әйткәндәй, спортсыларҙы аттар менән «Юрға» ат-спорт мәктәбе тәьмин итте, уларға тейешле күнекмәләрҙе Рөстәм менән Рушан бер аҙна алдан уҙғарып, әҙерләп ҡуйҙы.

Икенсе этапта шул уҡ арауыҡта өс сәпте алыу шарты ҡуйыла. Бына ошо һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Бөтә Рәсәй турниры еңеүсеһе, Учалы егете Таһир Таңатов лайыҡлы рәүештә беренселекте яуланы. Икенсе урында — Әбйәлил намыҫын яҡлаусы Рушан Хәсәнов һәм өсөнсөлә Салауаттан килгән уҡсы Айнур Низаметдинов. Тәүге тапҡыр һыбай ярышта сығыш яһаған Рөстәм Баһаув дүртенсе булып килде.

Уҡ-һаҙағын тотоп, милли кейемдәрҙә ярышырға ҙур теләк менән килгән балалар һалҡын алдырып ҡуймаһын тип, улар араһында генерал Миңлеғәле Шайморатовтың 120 йыллығына арналған турнир Йәштәр йортонда үтте. Йәш уҡсылар ике этапта ярышып, 15 һәм 18 метрлыҡ сәптәргә уҡ тоҫҡаны. Улар торған килеш, тубыҡланып һәм артҡа әйләнеп атты. 13 йәшкә тиклемгеләр араһында Учалынан Батыр Хәйретдинов — беренсе,Әбйәлилдән Рамаҙан Фәтхетдинов менән Максим Ғибәҙәтов икенсе-өсөнсө урындарҙы алды. Ҡыҙҙар араһында призлы урындарға Айһылыу Хәлимова, Эльвина Йомағужина һәм Диана Кәримова лайыҡ булды. 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында мәргәндәр исемен Динислам һәм Йәғәфәр Сәйфуллиндар (Сибай), Даян Юлбирҙин (Бөрйән) яуланы.

Ойоштороусылар мәргәндәр ярышына бағымсылыҡ иткәндәргә лә («Яҡтыкүл» шифаханаһы, «Ҡурай» клубы, «Батыр» ФҺК-һы, «Агролайф» йәмғиәте, «Юрға» ат-спорт мәктәбе, эшҡыуар Лена Зарипова һ.б.) оло рәхмәт белдереп, артабанғы эштәрендә ҙур уңыштар теләй.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: