Район Советы депутаты, уңышлы эшҡыуар булараҡ Ҡ. М. Ғәзизовтың ярҙамы әленән-әле күптәргә тейеп тора. Уның изгелеген ауылдаштары ла йыш тоя. 2005 йылда Ҡотдос Мәһәҙи улының хәстәрлеге менән Ҡырҙаста мәсет асылһа, бер нисә йыл элек Буҙыҡайҙа зыяратты кәртәләтеүгә ҙур өлөш индергән. Әле килеп, Ҡырҙастан йыраҡ булмаған ерҙә, урман-тауҙар ҡосағында ятҡан әүлиә зыяратын кәртәләп алыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған.
Аҡыллыға — ишара тигәндәй, быйыл йәй Әлмөхәмәт мәсетендә Ғәбделханнан ишанға арналған сарала ошо округ буйынса район Советы депутаты булараҡ ҡатнашыу Ҡ. М. Ғәзизовтың күңелендә Ҡырҙас эргәһендә ерләнгән әүлиә рухына ла аят бағышлатыу кәрәк тигән уй яралта. Шунда уҡ райондың имам-хатибы менән һөйләшеп, килешеп тә ҡайта. Августа Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов, Ҡырҙас мәсете имамы Ислам Хәлилов һәм ауылдың дин тотҡан уҙамандарын Бағырусман әүлиәнең ҡәберлегенә алып килеп әйтеүен үтәй. Аят уҡығандан һуң әүлиә зыяратының кәртәһен яңыртыу кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатыла. Халыҡтан аҡса йыйыу тураһындағы тәҡдим шунда уҡ кире ҡағыла — уҡыу йылы алдынан сығымдар күп мәл, ти ололар. Эште мәсеттә йыйылған хәйер-саҙаҡалар иҫәбенә башҡарырға ниәтләйҙәр, әммә иҫәпләгәс, иғәнәләр генә етерлек булмауы асыҡлана.
Һөйләшеү һүҙҙә генә тороп ҡалмаһын өсөн Ҡотдос Мәһәҙи улы сауаплы эште лә үҙ өҫтөнә ала. Уның изге ниәттә йөрөүен белгәс, ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа табыла. Асҡарҙа төҙөлөш материалдары баҙары тотҡан эшҡыуар Ильяс Сафин транспорт бүлә. Әбделмәмбәт ауылынан иретеп йәбештереүсе Вәхит Ғайсин ташламалы хаҡҡа тимер рәшәткәне эшләй. Ә инде бағаналар ултыртып, уны цемент менән нығытыу, кәртәһен ҡуйыу буйынса өмәгә ауыл ир-егеттәре ҡушыла.
Был көндә Ҡырҙаста район мәхәлләләре имамдары ла йыйылды. Өмә тамамланғас, диндарҙар күмәкләп әүлиә рухына аят уҡыны. Ҡәберлектән алыҫ булмаған Әүлиә ҡоҙоғона барып, уның шифалы һыуын тәмләргә лә форсат тейҙе. Өйлә намаҙынан һуң Нәзилә һәм Ҡотдос Ғәзизовтар мәсеттә ҡорбан ашатты. Ошо сауаплы изге эштәрҙе ойоштороуҙа уларҙың балалары ла ихлас ҡатнашты, фатиха алды.
Әүлиә зыяратының кәртәһен киләһе йылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына тиклем буяп ҡуясаҡбыҙ, тине Ҡ. М. Ғәзизов. Нәҡ уның кеүек булдыҡлы, матди ҡиммәттәрҙе генә түгел, рухиәтте ҡайғыртҡан зыялылар булыуы менән йәшәйешебеҙ күркәм.