+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2019, 13:08

Төньяҡ биҫтәлә ял паркы кәрәкме?

Район үҙәгенең Төньяҡ биҫтәһендә йәшәүселәр биҫтәнең урта өлөшөндәге ҡайынлыҡты «Заманса ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса ял паркы итеп формалаштырыуҙы һорап, Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итте.

Район үҙәгенең Төньяҡ биҫтәһендә йәшәүселәр биҫтәнең урта өлөшөндәге ҡайынлыҡты «Заманса ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса ял паркы итеп формалаштырыуҙы һорап, Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итте.

Тәҡдим ителгән урында ауыл биләмәһе башлығы, район хакимиәтенең архитектура бүлеге белгестәре биҫтәлә йәшәүсе әүҙем граждандар менән осрашты. Төньяҡ биҫтәһе төҙөлә башлағанда мәктәп өсөн ҡалдырылған урын запастағы ерҙәр категорияһына ҡарай. «Бында инде белем усағы булмаясаҡ, әкренләп торлаҡ йорттар баҫып килгән ҡайынлыҡтың тәбиғи матурлығын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ошо ерҙәрҙе парк итеп төҙөкләндереп, рәсмиләштерергә кәрәк», — тигән теләктәрен әйтте инициатива төркөмөн тәшкил иткән йәмәғәтселәр. Ҡайынлыҡты кәртәләп алып, бер ағасты ла ҡырҡмай-тәләфләмәй, балаларға заманса уйын майҙансығы, асыҡ урында үҫмерҙәргә һәм өлкәндәргә тренажерҙар менән йыһазландырылған воркаут зонаһы, мини-футбол, волейбол һәм баскетбол уйындары өсөн майҙан, бәлки, теннис корты, биләмәнең периметры буйлап велосипедсылар өсөн юл эшләү тәҡдимдәрен еткерҙеләр. Парк булғас, эскәмйәләр, беседка ҡуйыуҙы, тротуарҙар булдырыуҙы, киске ваҡытта яҡтыртыуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырманы был тирәлә йәшәүселәр. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар биҫтәлә ял паркы кәрәк тигән дөйөм фекергә килде. Әмәлгә ярағандай, проектты киләһе йылда «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Хөкүмәт федераль кимәлдә ҙур саралар һалғанда программаға эләгер өсөн тырышлыҡ һалыр кәрәк. Яҡты уй-ниәттәр ысынбарлыҡҡа әйләнһен өсөн тәү сиратта халыҡтың әүҙемлеге зарур. Йәмәғәт урынын формалаштырыу буйынса фекер алышыуҙа халыҡтың һүҙе иң мөһиме. Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең рәсми сайтында йәки «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөндә https://vk.com/wall-39755860_1261 һылтанмаһы буйынса риза булыу-булмауығыҙҙы йәки башҡа фекерегеҙҙе белдереп, үҙ тауышығыҙҙы еткерә алаһығыҙ. Фекер алышыуҙарға йомғаҡ 8 ноябрҙә яһаласаҡ. Райүҙәктә заманса йыһазландырылған йәмәғәт ял итеү урыны булдырыуға ҡаршы сығыусылар булмаҫ, моғайын.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: