+10 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2019, 11:40

Хеҙмәт итеү — изге бурыс

Асҡар ауыл биләмәһенең ултырыштар залында быйыл әрме сафына алынасаҡ егеттәрҙе оҙатыу кисәһе үтте.

Көҙгө саҡырылыш кампанияһының бер айы үтеп тә китте. Асҡар ауыл биләмәһенең ултырыштар залында быйыл әрме сафына алынасаҡ егеттәрҙе оҙатыу кисәһе үтте. Райондың хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин буласаҡ һалдаттарға ил алдындағы хәрби бурысты лайыҡлы үтәү, армия хеҙмәтенең йәмғиәттәге абруйы хаҡында ялҡынлы телмәр тотто.

— Беҙҙең егеттәр хәрби хеҙмәткә теләп, алдан үҙҙәрен физик һәм рухи яҡтан әҙерләп китә. Бер ҡасан да һынатмайҙар, һеҙгә лә командование тарафынан тик яҡшы һүҙҙәр ишетергә яҙһын. Шундай аҡыллы, илһөйәр улдар үҫтергәндәре өсөн ата-әсәйҙәрегеҙгә рәхмәт! — тине Рөстәм Миңлеғәли улы. — Беҙҙең ышанысты аҡлап, имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов тыуған илгә хеҙмәт итеү һәр ир-егеттең мөҡәддәс, изге бурысы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, район намыҫына тап төшөрмәүҙәрен теләне.

— Имен-һау ғына хеҙмәт итегеҙ, һеҙҙе өйҙә яҡындарығыҙ түҙемһеҙлек менән көтөүен онотмағыҙ. Элек-электән халҡыбыҙ уландарын изге теләктәр менән хеҙмәткә оҙатҡан, оҙаҡҡа тыуған ерҙәренән айырылған ир-егеттәргә бер ус тупраҡ һалынған янсыҡ биреп ебәргән, — тине Асҡар ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Шәүрә Камалова һәм егеттәргә янсыҡтар тапшырҙы.

Буласаҡ һалдаттар исеменән быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған Фәнзил Вәлиев һүҙ тотто, ышанысты аҡларға вәғәҙә итте, рәхмәт белдерҙе. Ата-әсәләрҙән Эльза Конюкова үҙенең сығышында ошондай улдар менән ғорурланыуҙарын йәшермәне, әрме хеҙмәтенең киләсәк тормоштарында ыңғай яҡтары күп булыуын әйтте.

Район мәҙәниәт йорто әртистәре Вил Йәнйегетов менән Заһит Ғәбитов йырлы-моңло күстәнәстәренә ҡушып, изге теләктәр юлланы.

Хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһын ойошторған Асҡар ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Дилә Нурлығаяноваға Рөстәм Ғәҙелшин рәхмәт белдерҙе, яҡшы башланғыс дауам итһен, тип теләне.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.


* * *

Таштимер ауыл биләмәһе мәҙәниәтселәре йылдағыса Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыласаҡ егеттәр өсөн тантаналы оҙатыу кисәһе үткәрҙе.

Ҡужан клубында ойошторолған сараға быйыл көҙ һалдат итеген кейәсәк алты егеттең өсәүһе — Тупаҡтан Дим Хәйҙәров менән Булат Хызыров, Ҡужандан Рифат Гәрәев килде.

Улар алдында район мәҙәни-ял үҙәгенең Таштимер филиалы мөдире Ләйсән Ғиләжева етәкселегендәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйҙы, Клара Абдуллина фатиха биреп сығыш яһаны. Хәрби иҫәп өҫтәле белгесе Нәзилә Хөснийәрова, хәрби хәрәкәттәр ветераны Салауат Хөснийәров, запастағы хәрби Рамил Амангилдин, яугир-интернационалист, Афғанстан яуын үткән Ғәлим Әбделғазин да йәш яҡташтарына изге теләктәрен еткереп, төрлө хәлдәрҙә лә бирешмәҫкә саҡырҙы, «Теүәл бер йылдан барығыҙ ҙа иҫән-һау тыуған яҡҡа ҡайтып етегеҙ», — тине.

Егеттәр хәрби хеҙмәт үткән ағалары менән сослоҡта, етеҙлектә ярышты, противогаз кейеп ҡараны, башҡа күнекмәләрҙә үҙҙәрен һынаны.

Артабан уларҙы сәхнә түренә саҡырып, һалдат оҙатыу йолаһын башҡарҙылар — уларға яңы бешкән икмәкте тешләтеп, һөт эсереп, аҡ юл теләнеләр, бер ус тыуған тупраҡ һәм юл доғаһы һалынған бетеүҙәр тараттылар.

Улдары менән бергә был иҫтәлекле сараға килгән әсәйҙәр ҙә ғәзиздәренә уңыштар, һаулыҡ, лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләп, уландарҙың билдәренән уратҡан яулыҡтарҙы ололарға таратып бирҙе.

Таштимер ауыл биләмәһе ауылдарынан әрме сафтарына алынған егеттәр һис ҡасан һынатмауы, элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп, Әбйәлил исеменә тап төшөрмәүҙәре менән билдәле. Быйылғы призывта юлға сығасаҡ һалдаттар ҙа изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтһын, йөрөгән юлдарын фәрештәләр һаҡлап торһон!

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: