+4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 12:15

Үҙ илең — алтын бишек

«Башҡортостан – 24» телеканалы республика буйынса иғлан иткән «Алтын бишек» бәйгеһендә Әбделмәмбәт ауылы лайыҡлы ҡатнашты.

Башҡортостан телерадиокомпанияһының эшләй башлауына 60 йыл тулыу айҡанлы «Башҡортостан – 24» телеканалы республика буйынса иғлан иткән «Алтын бишек» бәйгеһендә Әбделмәмбәт ауылы лайыҡлы ҡатнашты. «Күркәм ауыл» номинацияһында — икенсе урын алһалар, «Өлгөлө ғаилә», «Алтын ҡуллы оҫта» номинацияларында еңеүҙе ҡулдан ысҡындырманылар. Һарттарҙың бөтә ауыл менән нисек бәйгегә ҡушылып китеүҙәре, еңеүгә ынтылыш артында ниҙәр ятыуы хаҡында ҡыҙыҡһыныуым һәм еңеүселәр менән күрешеп танышыу теләге ошо ауылға илтте.

— «Алтын бишек» телебәйгеһе иғлан ителгәс, ятып ҡалғансы — атып ҡалайыҡ, тигән ниәт менән анкета тултырып, «Күркәм ауыл» номинацияһында ауылыбыҙҙы республикаға күрһәтергә тәүәккәләнек. Хәлилдәрҙең былтыр «Матур ауыл» республика конкурсында еңеп сығыуы беҙгә ҡыйыулыҡ өҫтәһә, ағымдағы йылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуына ауылыбыҙҙың сынъяһау булып төҙөкләнеүе: «Быйыл да булмаһа — ҡасан?», тип дәртләндерҙе, — тип башланы һүҙҙе конкурс өйөрмәһенә ҡушылыуҙың башланғысында торған Гөлшат Йосопова һәм Нурания Ырыҫбаева.

Гөлшат Ғәрифулла ҡыҙы — ветеран уҡытыусы, Нурания Хәмитйән ҡыҙы — балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Икеһен дә килен булып төшкән ауылдары өсөн янып тороуҙары, йәмәғәт эштәре башында йөрөүҙәре берләштерә. Ауылдаштар осрашыуын ойоштороу ҙа уларһыҙ үтмәгән. Береһе ҡатын-ҡыҙҙар, икенсеһе ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы. «Бәйләнештә» сайтындағы «Әбделмәмбәт ауылы төркөмө»н дә улар алып бара. Гөлшат апай өс йыл инде арымай-талмай «админ» бурысын тартһа, Нурания апай — мөхәррир. Мәғлүмәт донъяһына интернет хакимлыҡ иткән дәүерҙә был апайҙарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Кемдең һарығы ҡайтмаған, кем бесән һата, ҡасан быҙау йыйыусылар килә — ауыл өсөн генә хас ошо һорауҙарҙан башлап, район, республика кимәлендәге яңылыҡтар ҙа төркөм диуарында урын таба. Төркөмгә тәҡдим ителгән һәр пост-хәбәр элекке уҡытыусы Гөлшат Ғәрифулла ҡыҙының үткер күҙе аша үтеп, хатаһыҙ, камил рәүештә донъя селтәренә сығарыла. Даими яңыртылып торған, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән йәлеп иткән төркөмгә яҙылыусылар ҙа күбәйгәндән-күбәйә — 1,7 мең кеше Әбделмәмбәт ауылы яңылыҡтары менән хәбәрҙар бөгөн. «Алтын бишек»тә алдынғылар рәтенә сығыуҙарында ошо төркөмдөң роле ҙур.

Акцияла ҡатнашыусылар билдәле булғас, конкурстың тәүге шарты буйынса ауылдар тураһында репортаждар төшөрөлә. Телевидениенан ижади төркөм килеүгә һарттар кәңәш-төңәш итеп, үҙҙәренең «сценарийын» әҙерләп тә ҡуя. «Күркәм ауыл» исеменә Әбделмәмбәт тырыш, уңған халҡы менән лайыҡ булыуын раҫлап, видеояҙмала фермерҙар — ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеүсе Гөлгөнә һәм Айытбай Ҡарабәндиндар, һауын гурты тотоусы Сания Мортазина, кәзә ҡымыҙы етештереүсе Факиһа Килдейәрова, буҙа ҡойоу оҫталары Сания Дауытова, Гөлйөҙөм Сафина, тимерсе Вәхит Ғайсин, өлгөлө, татыу ғаиләләр Нәрисә һәм Фәнил Дауытовтар, Ғәлиә һәм Сәлих Насировтар, ауылдың йөҙөк ҡашы булған «Йәнбикә» фольклор ансамбле сағылырға тейеш, тип ныҡышалар. Әммә быларҙың барыһы ла сюжет форматына һәм уға бирелгән ваҡыт үлсәменә һыймай. Ижади төркөм конкурстың ҡалған ике номинацияһында ла ҡатнашырға кәңәш итеп, Өфөгә юллана. Был тәҡдимде элеп алған әбделмәмбәттәр оператор Ислам Ирғәлиндан өҫтәмә сюжет төшөртөп конкурсҡа ебәрә.

Әйткәндәй, ижади төркөм балалар баҡсаһына бүләк итеп, конкурстың бағымсыһы «РТРС» компанияһынан һанлы телевидение приставкаһы һәм антеннаһын тапшыра.

Ауыл тормошон һүрәтләгән репортаждар нигеҙендә конкурста артабан ҡатна-шыусы ауылдар асыҡлана һәм шулар араһында билдәләнгән Әбделмәмбәт делегацияһы — Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин етәкселегендә район Советы депутаты Әнүәр Солтанов, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағир Радик Өмөтҡужин, клуб мөдире Сания Фазылйәнова, китапханасы Фәнүзә Әхтәмова, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар Гөлйөҙөм Сафина, Нурания Ырыҫбаева, Зөһрә Ҡарасбаева һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенты Ғайсар Ҡарасбаев 17 сентябрҙә телеүҙәктә булып, «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуы аша бер сәғәт дауамында ауылдың тарихы һәм алдынғы кешеләре тураһында һөйләп, уны ни өсөн алтынға тиңләүҙәрен дәлилләп ҡайта, эфирҙы музыкаль һәм милли аш-һыу күстәнәстәре менән дә йәмләй.

«Күркәм ауыл» исеменә лайыҡ булыуҙарына республика тамашасыларын ышандыра алды әбделмәмбәттәр. Лайыҡлы тип билдәләмәҫлек тә түгел: 700-ҙән ашыу кеше йәшәгән ауылда 185 торлаҡ йорт иҫәпләнһә, уларҙың барыһы ла төҙөк, матур — 63 өйҙөң ҡыйыҡ ябыуы алмаштырылған, 82 ҡапҡа, 85 баҡса ҡоймаһы яңыртылған, өр-яңы 13 йорт ҡалҡып сыҡҡан. Юл ашаһында һуңғы йылдарҙа яңы биҫтә хасил булып, Олоғор һәм С. Ҡадиров урамдары барлыҡҡа килгән.

8–18 октябрҙә еңеүселәрҙе билдәләү буйынса интернет тауыш биреү иғлан ителгәс, Һарт ауылы өсөн бөтә Әбйәлил халҡы, республика райондарында йәшәүсе яҡташтар тауыштарын йәлләмәне. 100 уҡытыусы, 1800 уҡыусы, 3000-дән ашыу ата-әсә менән эшләгән Иглиндағы 1-се мәктәп директоры, Әбделмәмбәт егете Хөрмәт Айытбаев, Баймаҡтан Рәғиҙә Өмөтҡужина-Ахаева, Ҡытайҙан Фәриҙә Айытбаева, Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Илдар Ғибәҙәтов, биләмә башлығы Айбулат Хәйбуллин халыҡты тауыш биреүгә йәлеп итеүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Ауыл активистары «Әбделмәмбәт — күркәм ауыл» тигән хештег тулҡынын ебәреп, интернет аша күрше райондар төркөмдәренә лә саҡырыу ташлай.

Ул арала «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы сиктәрендәге район конкурсына йомғаҡ яһалып, Әбделмәмбәт беренсе урын ала. Был еңеү инде икенсеһен яуларға сәмләндерә. Финалсы алты ауыл араһында әбделмәмбәттәр тауыш биреүҙең һуңғы минуттарына тиклем еңеү өсөн көрәште. Әммә тауыштар һаны буйынса Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан саҡ ҡына ҡалышып, почетлы икенсе урын яуланылар. Еңеүсе ауылға инселәнгән «Агроспецпрогресс Өфө» йәмғиәте ҡуйған төп бүләк — мини-трактор күрше районға китһә лә, ҡалған ике приз әбделмәмбәттәр өлөшөнә яҙҙы һәм «Өлгөлө ғаилә» номинацияһында еңеүсе Ғәлиә һәм Сәлих Насировтар, «Алтын ҡуллы оҫта» исемен яулаусы Гөлйөҙөм Сафина 23 октябрҙә «тура эфир»ҙа бар-ған бүләкләү тантанаһында ҡатнашып, метрҙан ашыу диагоналле һанлы телевизорҙар алып ҡайтты.
Читайте нас: