+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 12:23

Намыҫ, илһөйәрлек өлгөһө улар

Йәштәр йортонда Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм яугир-интернационалистарҙың берлектәге йыйыны уҙҙы

Сарала Бөтә Рәсәй «Боевое братство» ветерандар ойошмаһының республика бүлеге етәксеһе Альберт Шаһиморатов, башҡарма комитеты секретары Һайрат Таҡтаев, район хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин, ДОСААФ етәксеһе Айрат Хәкимов, шулай уҡ «Боевое братство» ойошмаһының Урал аръяғы райондары филиалдары етәкселәре Рәфис Әмиров, Руслан Сафиуллин, Ирғәле Байназаров ҡатнашты.

Йыйынды асып, ойошманың Әбйәлил филиалы етәксеһе Рузил Низаметдинов менән Салауат Хөснийәров йыл дауамында башҡарылған эштәр тураһында һөйләп үтте, киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
«Беҙҙең ойошмаға башланғыс Таштимер ауыл биләмәһендә һалынды, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыу үткәреү ниәтенән, Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгән егеттәрҙең тормош юлдаштары Г. Ялмырҙина, Л. Ғиләжева, А. Абдуллина, З. Хөснийәрова кисә ойошторғайны, — тип һөйләне Салауат Урман улы. — Беҙ ошо әңгәмә барышында, хәрәкәтте бөтә район кимәленә сығарыу, яуҙаштарҙы берләштереү уйы менән янып киттек. Артабан Асҡарҙа, башҡа ауылдарҙа йәшәгән иптәштәр ҙә тупланды һәм ойошма барлыҡҡа килде». Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә аҙ эштәр башҡарманы улар: бер нисә йыйын үткәреп килешкәндән һуң, аҡса йыйып, район үҙәгендә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм Төньяҡ Кавказда һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә мемориал асыуға өлгәште, Урал аръяғы райондары буйлап автоуҙышҡа сығып, филиалдар етәкселәре менән тәжрибә уртаҡлашты, һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләрендә булып, уларға ярҙам ҡулы һуҙҙы, Абхазияла хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере ҡыйылған яугир Рөстәм Шәйәхмәтов иҫтәлегенә бокс буйынса турнир ойошторҙо һ.б.
«Башланғсытарыбыҙ һәр саҡ хәрби комиссариат, ДОСААФ яғынан хуплау таба, шуға эште туҡтатмай, Афғанстан яугирҙәре менән берләшеп, һөҙөмтәлерәк итеп дауам итәйек», — тине Рузил Миңрәсүл улы.
Уларҙың һүҙҙәрен «Боевое братство» республика ойошмаһы етәксеһе Альберт Нияз улы ла күтәреп алды һәм ойошманың эше тураһында бәйән итте. «Был ойошма 1997 йылдан бирле эшләй, нигеҙ һалыусыларҙың береһе — генерал Борис Громов, — тип һөйләне үҙе Афған яуын үткән уҙаман. — Республикала бөгөн «Боевое братство»ның 33 бүлексәһе эшләй. Беҙҙең маҡсат: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, Афғанстан, Төньяҡ Кавказ, Сүриә һәм башҡа локаль бәрелештәр яугирҙәрен берләштереү, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, ярҙам итеү, һәләк булғандар тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү. Ойошма йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә лә ҙур өлөш индерә».
Баш ҡаланан килгән тағы бер вәкил, шулай уҡ яугир-интернационалист — Һайрат Рәшит улы ветерандарға социаль ярҙам саралары, реабилитацион үҙәктәргә, шифахана-курорттарға ебәреү мәсьәләләренә туҡталды. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының һаулығын яҡшыртыу маҡсатында федераль саралар иҫәбенә Рәсәй шифаханаларына юллама алыу, госпиталдә дауаланыу мөмкинлеге бар. Былтыр ғына бындай ярҙам менән республикала йәшәүсе 75 ветеран файҙаланған. Әйткәндәй, дауаланыу курсын ветерандар үҙҙәре генә түгел, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре лә юллай ала. «Күп егеттәрҙең тулыһынса медицина тикшереүе үтергә, ябай ғына анализдар бирергә лә мөмкинлеге юҡ, ә беҙгә мөрәжәғәт итһәгеҙ, һеҙ бушлай ошо процедураларҙы үтеп, тейешле дауалауға йүнәлтмә биреләсәк», — тип аңлатты ул.
Хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарына патриотик тәрбиә биреү йүнәлешендә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм тап ошондай уҙамандар ауыл биләмәләрендә йәштәр менән осрашыуы, өлгө булып тороуҙары арҡаһында Әбйәлил әрмегә саҡырылыш буйынса лидерҙар иҫәбендә бара, һәр быуын һалдаттары һынатмай, аталары, ағайҙары кеүек намыҫлы хеҙмәт юлы үтә, тине.
Артабан А. Н. Шаһиморатов «Боевое братство» хәрәкәтенә терәк булғандары өсөн район хакимиәтенә, ДОССАФ-ҡа һәм хәрби комиссарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бөтә Рәсәй «Боевое братство» ветерандар ойошмаһының Почет грамоталарына иһә әүҙем эш алып барған, йәмәғәт тормошонда ҡатнашҡан, йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә тос өлөш индергән Самат Фәхрисламов, Әхмәт Ғәлиәкбәров, Рафаил Фәхрисламов, Фәнис Ғәзизов, Марат Әминев, Йәмил Шаһимәрҙәнов, Рузил Низаметдинов, Радик Билалов, Радмир Ғиләжев, Салауат Хөснийәров һәм Венер Абдуллин лайыҡ булды. Бер төркөм яугирҙәргә ойошманың рәхмәт хаттары тапшырылды. «Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сығарылыуға 30 йыл» юбилей миҙалы менән яугир-интернационалистар Андрей Андриянов һәм Александр Рынжа наградланды.
Уставҡа ярашлы, тауыш биреү юлы менән «Боевое братство»ның Әбйәлил филиалы советы һайланды. Уның составына Р. Низаметдинов, А. Шәйәхмәтов, С. Хөснийәров, Р. Ғиләжев, Р. Мәхмүтов, М. Әминев, С. Фәхретдинов, Ә. Ғәлиәкбәров, Ф. Ғәзизов индерелде. Альберт Нияз улы уҙамандарға киләсәктә лә ҡуйылған йүнәлештән тайпылмай, маҡсатлы эшләүҙәрен теләп «Боевое братство»ның рәсми әләмен тапшырҙы.
Йыйын һуңында утлы яуҙы үткән ир-егеттәр төрлө төбәктәрҙә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәренә оло хөрмәт менән Асҡарҙа ҡуйылған мемориалдарға сәскәләр һалды.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: