Илдең именлеге һәм көсө — халыҡ берҙәмлегендә. Беҙҙең районда ла төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу, берҙәм йәшәй. Башҡорттар, рустар, татарҙар, сыуаштар, немецтар бер-береһенең йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итә, милли байрамдарҙы бергә ҡаршылай. Берҙәмлек көнөнә арналған байрам тантанаһы ла район үҙәгенең төп майҙанында шаулап-гөрләп үтте.
Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Харрасов йыйылған халыҡты байрам менән тәбрикләне.
Байрам уңайынан район мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Солтановаға «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы» юбилей миҙалы тапшырылды. Әбйәлил мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн төрлө һөнәр эйәләре район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамоталары менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында — Пенсия фонды идаралығының клиент хеҙмәте белгесе Резеда Исрафилова, Гусев биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Светлана Прокофьева, Асҡар үҙәк дауаханаһының хирургия бүлексәһе шәфҡәт туташы Лилиә Фәйзуллина, Северный ауылы көтөүсеһе Владимир Вайднер, Асҡар биләмәһе башлығы Дамир Харрасов, ДРСУ хеҙмәткәре Вадим Лобанов, Әлмөхәмәт ауылы китапханасыһы Сәғиҙә Ҡасимова бар. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов грамоталарҙы тапшырып, именлек, уңыштар теләне.
Мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән байрам концерты һыуыҡ көндө йәмләп, күңелдәрҙе йылытты. Көҙгө байлыҡ, муллыҡты сағылдырған бай йәрминкә гөрләне. Кәбеҫтә, һуған, кишерҙе тоҡлап алдылар, бесән-емгә лә сират булды. Ит, һөт продукцияһы менән сауҙа итеүселәр байтаҡ ине. Таштимерҙән Гөлшат менән Айҙар Йәркәевтарҙың ыҫланған тауыҡ, ҡаҙ, балыҡ, сало, ҡаҙыһын алыусылар күп булды. Ҡышҡылыҡҡа бал, йөндән бәйләнгән йылы әйберҙәр ҙә үтте.