+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2019, 11:41

Көн һыуығына ҡарамай

Йәрминкә барышында ойошторолған ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ҙа әүҙем генә барҙы.

Йәрминкә барышында ойошторолған ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ҙа әүҙем генә барҙы.

Теләгәндәр район гәзиттәренә, шулай уҡ республика, үҙәк баҫмаларға абонемент тултырҙы. Вәғәҙә иткәнебеҙсә, ошо көндә «Осҡон»ға яҙылғандар араһында лотерея уйыны ла үткәрҙек.

Бәхетле квитанцияларҙы Йәлембәт ауылынан гәзит уҡыусыбыҙ Гөлнара Шаһыбалова билдәләне. Шулай итеп, Дәүләттән Ришат Йәнтүрин кухня үлсә-гесе отто, Асҡарҙан Ләлә Йәнекәйеваға аяҡ кейеме киптергес эләкте, Михайловканан Йәмилә Ҡаһармановаға бысаҡтар йыйылмаһы сыҡты.

Ғинуар-июнь айҙарына «Осҡон» гәзитенә яҙылыу дауам итә, киләһе аҙнанан «Аҙна һайын бүләк» уйынын башлап, гәзит уҡыусылар араһында аҙна һайын еңеүсене билдәләйәсәкбеҙ. Гәзиткә почта бүлексәләрендә, почтальондарҙа, редакцияға килеп тә яҙылырға була.

«Осҡон»ға яҙылығыҙ ҙа, уйындарҙа ҡатнашып, бүләк отоу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

Мөхәрририәт.
Читайте нас: