-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2019, 10:49

Һөт эшкәртеү цехы

Һөттөң файҙаһы тураһында күп һөйләргә мөмкин. Тап шуға ла республикала уны етештереүҙе арттырыу, балаларға һөт кухнялары булдырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла.

Һөттөң файҙаһы тураһында күп һөйләргә мөмкин. Тап шуға ла республикала уны етештереүҙе арттырыу, балаларға һөт кухнялары булдырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу”, “Демография”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттары бурыстарына ярашлы, Өфөләге "Пышка" компанияһында ла һөт эшкәртеү цехы асылды.
Ойошмаға тәбиғи һөт Бөрө районынан килтерелә. Әлеге тантанала 2-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Улар байрамда үҙҙәре ашнаҡсыға әүерелде – республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова менән бергә перәниктәрҙе биҙәнеләр.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов: "Пышка" етештереүселәр менән уңышлы хеҙмәттәшлек алып бара. Улар эшкәрткән һөт экологик йәһәттән таҙа, ҡулланыусыға тәбиғи килеш килә. Үҙенән әҙерләнгән аҙыҡтар бик тәмле һәм файҙалы”, – тине.
Ведомство етәксеһе шулай уҡ "Пышка"ның һөт һатырға теләгән фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары өсөн бик ҡулайлы булыуын, улар етештергән аҙыҡ-түлек менән мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын тәьмин итеү мөмкинлеген билдәләне.
Республика Башлығының сентябрь указындағы программалар һәм бурыстарға ярашлы, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда йылына тауар һөтөн етештереүҙе 1,2 миллион тоннаға, ә 2030 йылға 1,5 миллион тоннаға еткереү күҙаллана.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы.

Читайте нас: