+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2019, 10:47

Йәш быуынды тәбиғәткә яҡынайтып

“Экология” милли проектына ярашлы 5-8 ноябрҙә республикала “Экологик грамоталылыҡ аҙнаһы” үтә.

“Экология” милли проектына ярашлы 5-8 ноябрҙә республикала “Экологик грамоталылыҡ аҙнаһы” үтә.
Сараны Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы муниципаль берекмәләр, Республика балалар экологик-биологик үҙәге менән берлектә ойошторҙо.
Акция үҫеп килгән быуында экологик мәҙәниәтте үҫтереүгә, ошо йүнәлештә белемде арттырыуға, балаларға экологик тәрбиәне өҙлөкһөҙ алып барыу системаһын формалаштырыуға йүнәлтелгән.
Был көндәрҙә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүгә, сүп-сарҙы айырым йыйыуға арналған тематик дәрестәр һәм кластан тыш саралар уҙа.
“Башҡортостан һәр ваҡыт тәбиғәтте һаҡлау акцияларын үткәреүҙәге әүҙемлеге менән айырылып тора. Йыл һайын экологик сараларҙа ике миллион самаһы кеше ҡатнаша. Әлеге акцияның темаһы – “Ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү” – осраҡлы рәүештә һайланманы: ул бөгөн мәғариф учреждениеларына әүҙем индерелә”, – тине Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе Ринат Фәтҡуллин.
Әйткәндәй, милли проект бурыстарына ярашлы, республикала санкцияланмаған һигеҙ ҡыйлыҡты бөтөрөү ҡаралған. Әле уларҙың алтыһында ошо эште башлау өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына аҡса бүленгән. Ведомство тарафынан дәүләт контракттары төҙөлә.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
Фото: ecology.bashkortostan.ru

Читайте нас: