+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 11:59

Өр-яңы автобустар рейсҡа сыҡты

Автотранспорт предприятиеһы икенсе ғүмер кисерә.

Асҡар АТП-һы килемһеҙ һәм кәрәкһеҙ предприятие булараҡ бынан бер нисә йыл элек ябылғайны. Баҙар шарттары рейс маршруттарына альтернатив конкурент итеп, шәхси таксиҙарға юл асты. Хатта бихисап эшҡыуарҙар был йүнәлештә эш башлап ебәрҙе. Шуға халыҡ автотранспорт предприятиеһының юҡҡа сығыуын һиҙмәне лә шикелле, ә дәүләт автобустарының водителдәре «частник»тарға күсте. Ләкин ваҡыт һәр нәмәне урынына ҡуя — йәшәй-йәшәй халыҡ пассажирҙар ташыуҙа дәүләт транспортының иң ышаныслы сара икәнлегенә инанды. Сөнки килемле маршруттарҙы ғына үҙ иткән шәхси транспорт эйәләре төпкөл һәм юлы насар ауылдарға барып етеүҙе бигүк өнәмәй, ә таксистар үтә лә ҡиммәт хаҡ һорап йөҙәтә. Такси ролен үтәгән машинаның төҙөклөгө, водителдең тәжрибәһе хаҡында һүҙ ҙә ҡуҙғатаһы түгел. Булғандың ҡәҙерен белмәгән өсөн ҡыйбат түләүсе республика халҡы төбәк Башлығы Р. Ф. Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Башавтотранс» ДУП-ы маршруттарының тергеҙелеүен ҡыуанып ҡабул итте. Июнь аҙағында Сибай АТП-һының филиалы — Асҡар колоннаһы ла эшмәкәрлеген тергеҙҙе.

Иң беренсе Асҡар – Өфө рейсы асылһа, быға өҫтәп, бөгөн предприятие Асҡар – Сибай һәм район үҙәге буйынса МТС – Дауыт, үҙәк майҙан –Көнсығыш-1 биҫтәһе маршруттары буйынса пассажирҙар ташыу менән дә шөғөлләнә.

Асҡар колоннаһына Рысҡужа ауылы уҙаманы Ғәфүр Зәйнуллин етәкселек итә. Әлегә предприятиеға дүрт автобус бүленгән. Уларҙың өсәүһе өр-яңы — 25 урынлыҡ ПАЗ һәм 17 урынға иҫәпләнгән урта класлы ике «Форд» автобусы. Сибай АТП-һы ҡулланыуҙа булған яҡшы тороштағы «Газель» биргән. Яңы транспорт пассажирҙар өсөн уңайлы итеп йыһазландырылған. Әйтәйек, йомшаҡ креслолар, тәҙрә пәрҙәләре, кондиционер юл йөрөүҙе комфортлы итһә, автобустар тейешле хәүефһеҙлек саралары менән дә тәьмин ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, авария, янғын осраҡтарында (берүк була күрмәһен!) кәрәкле ашығыс саралар күреү яраҡтары, ҙур медицина сумкаһы һәм юлдаш аша ярҙам саҡырыу, SOS сигналы ебәреү, диспетчер менән бәйләнешкә сығыу ҡорамалдары бар. Двигатель эшләмәгән хәлдә лә салон-дағы температура режимын автономлы йылытҡыс менән һаҡларға була, тимәк, автобус юлда ҡыйраһа, пассажирҙар өсөн һыуыҡ миҙгелдәр ҡурҡыныс түгел. «Аҡыллы» машина водителде лә күҙәтеү аҫтында тота. Уның руль артындағы хеҙмәт ваҡытын, нисә саҡрым юл үтеүен, ниндәй тиҙлектә барыуын, күпме яғыулыҡ исраф ителеүен иҫәпләп-теркәп барған тахограф, ваҡыты еткәс, ял итергә лә ҡуша. Глобаль юлдаш навигация системаһы аша иһә автобустың ҡайҙалығын асыҡлап, аныҡ ҡына координаталарын да билдәләргә мөмкин. Әйткәндәй, водитель үҙе рация аша диспетчерҙарға, икенсе водителдәргә бәйләнешкә сыға ала.

Предприятиеға «Д» категорияһына эйә алты водитель алынған. Уларҙың һәр береһенең иңдәре артында арыу уҡ хеҙмәт тәжрибәһе ята. Әйткәндәй, башлыса АТП-ның элекке шоферҙары кире килгән. Баш ҡала маршрутында эшләгән Вәхит Нафиҡов 1993 йылдан Асҡар АТП-һы ябылғансы бында эшләгән, шулай уҡ Өфө автобусын йөрөткән. Сибай рейсына сыҡҡан Азат Дауытов та элек Өфөгә йөрөгән тәжрибәле водитель. Район үҙәгендә Көнсығыш-1 биҫтәһе халҡын хеҙмәтләндереүсе өр-яңы «пазик»ка иң оло водитель Ишдәүләт Күсәрбаев идара итә. Ул 1984 йылдан башлап Асҡар – Хәлил йүнәлеше буйынса пассажирҙар ташыған, унан һуң колхоз автобусын йөрөткән. Хужалыҡ тарҡалғас, байтаҡ йылдар Магнитогорскиҙа шәхси эшҡыуарҙарҙың ҡала автотранспортында, һуңғы йылдарҙа 104-се маршрутта эшләгән.

— Хөкүмәт эше — хөкүмәт эше инде ул. АТП филиалы тергеҙелгәс, ҡыуанып эшкә урынлаштым. Ваҡытында эш хаҡын алаһың, көн һайын өйҙән йөрөп эшләйһең, тулы соцпакет түләнә, пенсия иғәнәләре күсереп барыла, — ти водитель.

Гусевтан Йәмил Кәримовтың да хеҙмәт юлы пассажирҙар ташыуға бәйле. Иң башта «Заветы Ильича» колхозы автобусын, аҙаҡ ҡалала «Газель» микроавтобустарын йөрөткән. Өмөтбайҙан Марсель Дауытов иһә оҙаҡ ваҡыт Баймаҡ АТП-һында эшләгән. Йәш водитель Марсель Байгилдин быға тиклем фәҡәт шәхси предприятиеларҙа көс түккән.

— Төҙөк, яңы автобустарҙы йөрөтөү үҙе бер кинәнес. Тик пассажирҙар ғына булһын, — ти дәртләнеп эшләп йөрөүсе водителдәр.

Ошо арала Өфө АТП-һынан ике «Мерседес» ҡайтарылһа, Мәйгәште, Байым аша Белорет йүнәлештәрендә рейстар асыу күҙаллана, ти Ғәфүр Әмир улы. Сибай рейсын Темәс аша асыу буйынса документтар әҙерләнә. Әле ғәмәлдәгеһе Хәлилдән Күсейгә сығып, Баймаҡ районы ауылдары аша йөрөй. Был маршрут бигерәк тә Магнитогорскиҙа уҡыусы Баймаҡ студенттары өсөн ҡулай тиҙәр. Тик Хәлил менән Күсей араһында күтәртелгән юл булмауы (12 саҡрым) ҡышҡы осорҙа маршрутты ябып торорға мәжбүр итәсәк.

Һәм йәнә лә пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн һәр автобуста юл хаҡы өсөн түләмде банк карталарынан ҡабул итеүсе касса аппараттары бар. Асҡар эсендә йөрөүселәр «Алға» карталары менән файҙалана. Уны почта бүлексәһендә, почтала алырға була, хаҡы – 50 һум, картаның иҫәбенә аҡса һалырға кәрәк. «Алға» менән ҡулланыусылар уның өҫтөнлөгөн тойған да инде. Берҙән, түләм 2 һумға арзаныраҡ, көн дә «маршрутка» менән йөрөүселәр өсөн ул да аҡса. Икенсенән, бер сәғәт эсендә артабан юлыңды дауам итәһең икән, икенсе автобусҡа күскән осраҡта ла, түләм алынмай. Биҫтәләрҙән үҙәккә тиҙ генә йомош менән килеп ҡайтыусылар өсөн уңайлы. Берҙәм карта менән республика буйынса «Башавтотранс» ҡала маршруттарында ла иҫәпләшергә мөмкин. Балалар ярты хаҡҡа йөрөй. Ҡала-ара маршруттарҙа ла хаҡтар уртаса. Студенттар һәм уҡыусыларға — 20, балаларға 50 процент ташлама яһала.

Хужаһыҙ торған АТП базаһын тергеҙеү буйынса ла ремонт эштәре бара. Гараждың ҡыйығын яңыртҡандар, электр үткәргәндәр, әлеге ваҡытта административ бинаға һәм транспортты техник хеҙмәтләндереү базаһына йылылыҡ үткәрелә, ишек-тәҙрәләр алмаштырыла. Юҡҡа сығарылғанды яңынан булдырыу еңел түгел, шулай ҙа эш яйланыр, тигән өмөттә Асҡар колоннаһы коллективы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.


Ошо көндәрҙә «Башавтотранс» ДУП-ы автопаркы тағы ла 47 «НефАЗ»ға ишәйҙе. Был турала төбәк Башлығы Р. Ф. Хәбировтың «Бәйләнештә» сайтындағы сәхифәһенән: «Был автобустар — пассажирҙар ташыу проблемаһын хәл итеүҙә сираттағы аҙым. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 49 ҙур машина аласаҡбыҙ, улар беҙҙең заказ буйынса Нефтекамала йыйыла. Дөйөм алғанда, йыл дауамында төрлө кластағы 527 автобус һатып алына, 2020 йылда тағы ла 62 берәмек көтөлә. «Башавтотранс» ҡеүәтле, ил буйынса тармаҡ өсөн юғары сифат стандарттары биреүсе иң яҡшы предприятиеларҙың береһе буласаҡ. «Частниктар» тиңләшергә ынтылыр йәки конкуренцияла еңелер. Беҙҙең ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа пассажирҙар башҡа төбәктәрҙекенән насар булмаған сервис кимәлен алыр».
Читайте нас: