+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 10:44

Йүнселдәр өсөн – сираттағы дәрес

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты йүнселдәргә бушлай консультация ойоштороуҙы дауам итә.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты йүнселдәргә бушлай консультация ойоштороуҙы дауам итә.
Бөгөн Республиканың социаль өлкәләге инновациялар үҙәге эшҡыуарҙарҙы йәнә уҡыуға йыя. “Өлкән йәштәгеләр өсөн шәхси йорт ас” тигән темаға оҫталыҡ класы шулай уҡ “Демография” милли проекты бурыстарын да үҙ эсенә ала.
Йыл башындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты теркәлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Һөҙөмтәлә республикабыҙ ошо йәһәттән Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй. Әлбиттә, өлгәшкәндәр менән ҡәнәғәт булып ҡалырға ярамай, үҫеште тағы ла әүҙемләштереү, халыҡты социаль проекттар буйынса эшләүгә киңерәк йәлеп итеү мөһим тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Башлығы.
Эшҡыуарҙарға бушлай консультация биреү – ошо маҡсаттың һөҙөмтәле өлөшө. Был ярҙам күптән теркәлгән йүнселдәргә генә түгел, үҙ кәсебен йәйелдерергә теләгәндәргә лә күрһәтелә.
“Сара барышында һәр кем төрлө һорау буйынса эксперттар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, аныҡ кәңәш алыу мөмкинлегенә эйә. Консультацияларҙы юғары квалификациялы, бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларында эш тәжрибәһе булған белгестәр үткәрә”, – ти Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры, Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: pravitelstvorb.ru

Читайте нас: