+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2019, 10:25

Бизнес-остаздар һабаҡ бирә

9-10 ноябрҙә “Павловка паркы” ял базаһында яңы эш башлаған йүнселдәр өсөн бизнес-лагерь ойошторола.

9-10 ноябрҙә “Павловка паркы” ял базаһында яңы эш башлаған йүнселдәр өсөн бизнес-лагерь ойошторола.
Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ике көн дауамында “Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” төбәк проектының бизнес-остаздары быйыл үҙ бизнесын асҡан эшҡыуарҙар өсөн белем биреү программаһы уҙғарасаҡ.
Лагерҙа ҡатнашыусылар “Бизнес-старт” тренингы үтеп, үҙ эшенең бизнес-моделен булдырырға, бизнес-план төҙөргә өйрәнәсәк, милли проектҡа ярҙам төрҙәре менән танышасаҡ, үҙ проекттарын яҡлаясаҡ.
Йыл башындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты теркәлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Һөҙөмтәлә республикабыҙ ошо йәһәттән Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй. Әлбиттә, өлгәшкәндәр менән ҡәнәғәт булып ҡалырға ярамай, үҫеште тағы ла әүҙемләштереү, халыҡты социаль проекттар буйынса эшләүгә киңерәк йәлеп итеү мөһим тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Башлығы.
Әлеге бизнес-лагерҙы үткәреү – ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.




Читайте нас: