+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 18:25

Анһат ҡына инерлек түгел

Һау-сәләмәт кешегә уларға инеп-сығып йөрөү бер ни тормай, ә бына физик мөм-кинлектәре сикле булғандарға байтаҡ ауырлыҡтар кисерергә тура килә.

Район үҙәгендә төрлө йомош, эш менән барғандай ойошма-учреждениелар күп. Һау-сәләмәт кешегә уларға инеп-сығып йөрөү бер ни тормай, ә бына физик мөмкинлектәре сикле булғандарға байтаҡ ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьә-ләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов етәкселегендәге комиссия «Уңайлы мөхит» программаһының тормошҡа ашырылыуын тикшерҙе. Комиссия составында район инвалидтар ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Нәсимә Әҡсәнова, мәшғүллек үҙәге директоры Радмир Манапов, «Ғаилә» үҙәге етәксеһе Дилбәр Вәлиева, район гәзиттәре хәбәрселәре ойошма-учреждениеларға инеү урындарының уңайлылығын ҡарап сыҡты.

Комиссия эште төп һәм мөһим учреждение булған район хакимиәте бинаһы алдынан башланы. Физик мөмкинлектәре сиклеләр өсөн пандустар ҡуйылған, тик ул дәүләт стандарттарына яуап бирмәй. Ишек тә талаптарға ярашлы түгел, саҡырыу төймәһе юҡ. Ауыл биләмәһе хакимиәтенә лә анһат ҡына инеп булмай, сөнки пандус та, саҡырыу төймәһе лә юҡ. Үҙәк майҙанда инвалидтар өсөн туҡталыш урыны бар, тик ул ҙурыраҡ булырға — дөйөм майҙандың 10 процентын биләргә тейеш.

Ауыл хужалығы бүлеге, инвалидтар ойошмаһы, милек менән идара итеү комитеты, мәшғүллек үҙәге урынлашҡан бинала пандус барлыҡҡа бар, тик әлеге лә баяғы талаптарға тура килмәй. Саҡырыу төймәһенең өнө лә, тыны ла сыҡманы.

Мәғлүмәт үҙәгендә саҡырыу төймәһе эшләй, ә бына эскә үтеү өсөн тупһа ҡаршылыҡ тыуҙыра. Балалар ижады йортона ла физик мөмкинлектәре сикле малай-ҡыҙҙар инә алмай.

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы етәксеһенә комиссия тарафынан байтаҡ етешһеҙлектәр күрһәтелде. Бассейн яғынан пандус бигерәк бейек.

1-се Асҡар урта мәктәбендә инвалидтар өсөн махсус инеү урыны эшләнгән, әммә быны күрһәткән бер билдә лә юҡ. Етмәһә, тимер ишек ҡуйылған, ә ул быяла булырға тейеш. Раян Баян улы менән Нәсимә Вәйес ҡыҙы мәктәп етәкселегенә етешһеҙлектәрҙе күрһәтте.

«Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында пандус уғата текә (һүрәттә), унда коляскала менеп-төшөп йөрөү хәүефле. Ҡарҙан да таҙартылмаған ҡоролма файҙаланыу өсөн әҙер түгел.

МФЦ-ла саҡырыу төймәһенә баҫыу менән хеҙмәткәр йүгереп сыҡты. Бында һаулыҡтары сикле кешеләр өсөн барыһы ла уйланылған икәнлеге күренеп тора — иҙәндә тактиль билдәләр һалынған, ишектәр талаптарға тура килә, хатта махсус ҡоролмалар ҡуйылған бәҙрәф бүлмәһе бар.

Район мәҙәниәт һарайында пандустар тейешенсә эшләнмәгән, саҡырыу төймәһе юҡ. Тамашасылар залында инвалидтар өсөн махсус урындар барлығы ғына ыңғай яҡтан билдәләнде.

Почтаға физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр инеп-сығып йөрөй ала, сөнки бында махсус ҡоролма ҡуйылған. Тик беҙ килгәндә саҡырыу төймәһе эшләмәй ине. Әгәр ул төҙөк булһа, тыштан шылтыратырға һәм шул ҡулайлама ярҙамында тупһаға күтәрелеп, эскә үтергә мөмкин. Тағы бер иҫкәрмә: ҡоролма яғына үтеү өсөн юл ҡарҙан таҙартылмаған. Почтаның ишеге талаптарға ярашлы итеп эшләнелгәнен билдәләне Нәсимә Вәйес ҡыҙы.

Пенсия фонды идаралығы алдында уҡ инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән урында ошондағы ойошма хеҙмәткәренең машинаһы ултырыуы асыҡланды. Бында ла саҡырыу төймәһенә баҫыу менән һаҡ хеҙмәткәре килеп сыҡты. Пандус, ишек, тупһа буйынса етешһеҙлектәр идаралыҡ етәксеһенә еткерелде.

Ҡыш көнө инвалидтар түгел, һау кеше лә үтә алмаҫлыҡ һалым инспекцияһы бинаһы бында йомош менән килеүселәрҙең үҙәгенә үткән. Район үҙәгендәге иң ҡурҡыныс тупһа ошондалыр, моғайын. Авария хәлендәге инеү урыны ашығыс ремонт талап итә. Прокуратура бинаһында пандус бар, әммә тейешенсә эшлә-нелмәгән.

Комиссия ағзалары рейдта етешһеҙ-лектәрҙе күрһәтеп, протоколдар төҙөнө. Тәртип тупһанан башланырға тейеш булһа ла, бөтә урындарҙа ла тиерлек талаптарға еңел-елпе ҡарауҙары, пандустарҙы исем өсөн генә эшләүҙәре күренде. Ошо көндәрҙә тикшереү үткән ойошма-учреждение етәкселәре ултырышҡа саҡырыласаҡ һәм «Уңайлы мөхит» программаһын ысынлап та уңайлы итеү буйынса ҡәтғи һөйләшеү буласаҡ.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: