+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 10:02

Өфөлә хакатон-форум башлана

“Торатау” конгресс-холында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә хакатон-форум үтә.

Хакатон – “Етештереүсәнлек лидерҙары” белем биреү программаһының уникаль федераль башланғысы. Ул сеймал булмаған тармаҡ предприятиелары топ-менеджерҙарына иҫәпләнгән. Биш-һигеҙ кешенен торған командаларға берләшеп, белгестәр үҙ предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар әҙерләй. Артабан төбәк һәм федераль ҡарарҙар банкы булдырыласаҡ.
Хакатонда милли проектҡа килешеү төҙөп ингән предприятиелар ҡатнаша. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда улар хәҙер – 48.

Читайте нас: