+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 10:49

Башҡортостан делегацияһы - Мәскәүҙә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән ХIII “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән ХIII “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй.
Сара барышында делегация “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә, транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәләрҙә, тармаҡ конференцияларында һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, бер нисә эш осрашыуы үткәрҙе. Халыҡ-ара күргәҙмәлә Башҡортостан экспозицияһы ла ойошторолғайны. Ул милли проекттар нигеҙендә тормошҡа ашырылған транспорт һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге күләмле инфраструктура проекттарына, ошо тармаҡтағы ҙур ҡаҙаныштарға арналды.
“Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе көнүҙәк транспорт мәсьәләләрен тикшереүгә йүнәлтелгән эшлекле ваҡиға – “Транспорт аҙналығы” нигеҙендә уҙғарылды.
Фото: glavarb.ru



Читайте нас: