+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 10:57

Эштәр проектҡа ярашлы башҡарыла

Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә планлаштырылған ремонт эштәре 81 процентҡа үтәлгән.

Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә планлаштырылған ремонт эштәре 81 процентҡа үтәлгән. Ни өсөн 100 процентҡа түгелме? Сөнки ҡайһы бер эштәр күп капитал талап итә һәм планға ярашлы бара, ә икенселәре етештереү графигына ярашлы башҡарыла, тик температураға һәм башҡа тышҡы фактоҙарға бәйле. Нисек кенә булмаһын, милли проект буйынса эштәр ваҡытында һәм теүәл үтәләсәк. Был турала баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡорамалдар буйынса идаралыҡ начальнигы Радмил Мөслимов белдерҙе.
Быйыл Өфөлә милли проектты тормошҡа ашарыу маҡсатында дөйөм хаҡы 2,2 миллиард һумлыҡ 38 объектта эш планлаштырылған. Төҙөлөш миҙгелендә урам-юл селтәрендә 28 объектта ремонт башҡарылған. Уның дөйөм оҙонлоғо – 47 километр.
Шулай уҡ быйыл күпләп капитал талап иткән проекттарҙы ла эшләй башлағандар. Уларҙың береһе Ағиҙел йылғаһы аша Воровский урамы киҫелешендәге күпер. Радмил Мөслимов белдереүенсә, бөгөн буласаҡ күперҙең алты нигеҙенә фундамент ҡуйыу, бәйләнеш селтәрҙәрен күсереү, тауыштан һаҡлаусы щиттар ҡуйыу, махсус майҙансыҡтар төҙөү бара. Оҙонлоғо 688,8 метр булған был күперҙе ике йыл ярым эсендә төҙөп бөтөргә планлаштыралар.
Шулай уҡ Өфөнөң Комсомол һәм 8 Март урамындағы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ булды. Эштәр Октябрҙың 50 йыллығы урамынан алып Урман техникумы урамына тиклемге участкала башҡарыла.
Бынан тыш милли проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында фото һәм видеотеркәү камералары, йәйәүлеләр юлына сикләүҙәр ҡуйыу, тышҡы яҡтылыҡ урынлаштырыу һәм башҡа эштәр ҙә башҡарыла.
Киләһе йылға ла күп эштәр планлаштырылған. Уларҙың барыһы ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә барасаҡ.
Фото: eng.ufacity.info

Читайте нас: