+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 13:25

Тик бәхеттән балҡыһын әсәйҙәрҙең йөҙө...

Әсәләр көнө айҡанлы район мәҙәниәт һарайында күркәм сара үтте

Гүзәл заттар, һөйөклө әсәләрҙе район башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне.

— Ер йөҙөндә бер нимә менән дә сағыштырып һәм алмаштырып булмаған әсәлек хисе менән һуғарылған сикһеҙ һөйөүегеҙ, изгелегегеҙ, йөрәк йылығыҙ, наҙығыҙ өсөн рәхмәт, хөрмәтле әсәйҙәр! — тине Илдар Таһир улы. — Беҙҙең һиҙгер күңелле, хәстәрлекле заттарыбыҙ ғаилә усағын һаҡлаусы ғына түгел, ә төрлө өлкәләрҙә намыҫлы хеҙмәт итеүсе эшһөйәр һөнәр эйәләре лә. Улар араһында талантлы уҡытыусылар, табиптар, тәрбиәселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары, иҫәп-хисап хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәтселәр, әүҙем йәмәғәтселәр бик күп. Бөгөнгө байрам көнөндә етем балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған оло йөрәкле, миһырбанлы ҡатын-ҡыҙҙарға айырым рәхмәтемде әйткем килә. Районда 100 опекун, 75 уллыҡҡа бала алған ғаилә бар, тағы ла 12 ғаилә күңел ҡушыуы буйынса етемдәр тураһында хәстәрлек күрә. Әсәлекте, балалыҡты һәм ғаиләне яҡлау дәүләтебеҙ сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Әбйәлилдән күп бала үҫтереүсе 340-тан ашыу әсә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде, 5 меңдән ашыу ғаилә «Әсәлек капиталы» сертификатын алды.

Район башлығы үрҙә әйтеп үткән һүҙҙәрен раҫлап, ғаиләлә лә, эштә лә, йәмәғәт йөгөн тартҡанда ла берҙәй өлгөргән, балаларына яҡшы тәрбиә биргән ҡатын-ҡыҙҙарға район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы. Бына улар — Әбдрәштән Шәүрә Мәжитова, Ҡаҙмаштан Сания Сафиуллина, Асҡарҙан Лилиә Хөснөтдинова, Сәғиҙә Сафина, Аһылайҙан Әминә Махийәнова, Буранғолдан Гөлсинә Хамматова, Гусевтан Рита Атанғолова, Дәүләттән Фирүзә Хөснөтдинова, Ҡырҙастан Миңһылыу Баймөхәмәтова, Красная Башкириянан Хәмдиә Әбделғазина, Рауилдан Мәликә Вәлиева, Теләштән Дилбәр Бәшәрова, Салауаттан Айһылыу Ғөбәйҙуллина, Хәлилдән Лилиә Күсәрбаева, Хәмиттән Гүзәлиә Мөлөкова һәм Йәнгелдән Әнүзә Манапова.

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Г. Ғ. Ҡолһарина Рәсәйҙә дәүләт кимәлендә байрам булараҡ 21 йыл дауамында билдәләнеп килгән Әсәләр көнөнөң ғәзиздәребеҙҙе иғтибарға сорнау, рәхмәт әйтеү мөмкин леген биргән әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Һәр замандың Бәндәбикәләй зирәк, Рабиға Ҡушаева кеүек аҡыллы, ҡыйыу заттары бар. Инәһе көслөнөң — иләүе көслө. Киләсәк быуындарға ғүмер биргән, хеҙмәттәрен халыҡ мәнфәғәтенә фиҙа ҡылған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ — милләт әсәләре булғанда иртәгәһе көнөбөҙ ышаныслы, — тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Ул баш ҡаланан Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарына инселәп, тос ҡына наградалар алып килгәйне. Иң башта районда ғына түгел, республикала рухи-мәҙәни традицияларҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, ҡыл-ҡумыҙсылар мәктәбенә нигеҙ һалған Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Миңлегөл Солтанбаева, Әүнәштән ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы ойошмаһы етәксеһе Ғилмиә Аҡмырҙина, Рауил ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Зәйтүнә Булатова, Таштимер ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, хеҙмәт ветераны Шәрифә Иҙрисова йәмәғәтселек эшендәге фиҙаҡәрлек, әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Педагогик хеҙмәт ветерандары, һоҡланғыс әсәләр, актив йәмәғәтселәр — Йәнгелдән биш бала тәрбиәләп үҫтергән Мәүҙиға Заманова, Озерныйҙан өс бала әсәһе, хәҙерге көндә «Ихлас» фольклор коллективын етәкләүсе Сәлиә Низамова, Иҙәш Ҡусҡарынан дүрт бала әсәһе, ағинәйҙәр хәрәкәте рәйесе Зәйтүнә Шәрипова, Үтәгәндән ике бала әсәһе, «Суҡ муйыл» фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе, ағинәйҙәр ойошмаһын әйҙәүсе Гөлсәсәк Фәхрисламова, Амангилденән өс бала әсәһе, ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Рауҙа Йәһүҙина «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды.

Яҡшы көндә ил инәләре — һүҙгә маһир сәсәниәләребеҙ ҙә оло хөрмәт менән сәхнә түренә саҡырылды. Тал Ҡусҡарынан Гөлнур Мамлеева, Һәйетҡолдан Вәсилә Садиҡова, Үтәгәндән Хәнифә Әбүбәкерова, Ҡырҙастан Мәүҙиға Баймөхәмәтоваға Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы «Халыҡ сәсәне» исеме бирелеүе тураһындағы БР Мәҙәниәт министрлығының дипломдарын тапшырҙы. Мәүҙиға Нәби ҡыҙы шунда уҡ сәсән һүҙен әйтмәйенсә түҙә алманы — «Илгә сәсән дә кәрәк...» тигән ҡобайырын уҡып ишеттерҙе.

Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева һәм Асҡар ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләүсе Ш. Ш. Камалова иһә туған телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләүгә һәм милли йолаларҙы пропагандалауға индергән тос өлөштәре өсөн Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Почет грамотаһына лайыҡ булды.

— Әбйәлилебеҙ донъя тотҡаһы булырҙай милли йөҙөбөҙҙө һаҡлаусы сәмле, дәртле, егәрле ҡатын-ҡыҙҙарға гелән бай булды. Әсәй-өләсәйҙәрҙән быуындан-быуынға күсә килгән ошо рухи ҡиммәттәр, күркәм сифаттар артабан да һаҡланһын, үҫешһен, киләсәк быуындарға тапшырылһын, — тип гүзәл ханымдарға изге теләктәрен юлланы район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Линиза Камил ҡыҙы.

Байрам концерты әсәйҙәр тураһында йөрәк ҡылдарын тирбәтерлек йырҙар, изгеләрҙән-изге бишек көйҙәре, күңелле бейеүҙәрҙән үрелде. Мәҙәниәт һарайы фойеһында ҡатын-ҡыҙҙың уңған булмышын сағылдырған, район китапханаһы янындағы «Һомай» клубы (етәксеһе Мөнирә Уйылданова) ағзаларының ижади емештәренән торған матур күргәҙмә эшләне.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: