+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 13:57

Бүләктәр еңеүселәр өсөн

Киләһе ярты йыллыҡҡа «Осҡон» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ, йылдағыса, гәзиткә яҙылыусылар араһында лотерея уйынын башлайбыҙ.

Киләһе ярты йыллыҡҡа «Осҡон» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ, йылдағыса, гәзиткә яҙылыусылар араһында лотерея уйынын башлайбыҙ.

Был аҙнала үткәрелгән уйында ике еңеүсе билдәләнде: бағымсыбыҙ — «Урал аръяғы МТС-ы»ның Әбйәлил филиалы биргән бер тоҡ бойҙай Асҡарҙан М. Вафинаға һәм беҙ әҙерләгән бүләк — термокружка Северный ауылынан Рәсүл Сәйетбатталовҡа эләкте.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. (Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛ күсермәләрен килтерергә кәрәк).

Йыл аҙағына тиклем аҙна һайын ике приз уйнатыласаҡ. Кемдәр бөгөнгә тиклем «Осҡон»ға яҙылып өлгөрмәгән, тиҙ арала квитанция тултырып, уның күсермәһен Асҡар ауылы, Ленин урамы, 14а адресы буйынса редакцияға алып килегеҙ.

Шәп бүләктәр һеҙҙе көтә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!


Читайте нас: