+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 12:54

Яңы йортта бәхетле тормош көтһөн йәштәр

Йыл ахырына яҡынлашҡанда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы буйынса тағы ла 12 социаль йорт асҡысы йәш хужаларына тапшырылды.

Яңы йылды өй туйлап, өр-яңы биттән башлай торған күркәм ғәҙәт бар халҡыбыҙҙа. Йыл ахырына яҡынлашҡанда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы буйынса тағы ла 12 социаль йорт асҡысы йәш хужаларына тапшырылды. Тантана район хакимиәтенең ултырыштар залында уҙҙы.

Бәхетле йәштәрҙе башта район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне. Быйыл программа буйынса бөтәһе 16 йорт файҙаланыуға тапшырылған. Уҙған йылда иһә бәлиғ булған 15 йәш кеше дәүләт ярҙамы менән «ҡыйыҡлы» булған. Программала ҡатнашыуға тағы ла 118 ҡыҙ һәм егет сиратта тора. Шуныһын билдәләү зарур: Әбйәлилдә етемдәр өр-яңы йорттар менән тәьмин ителә, 2013 йылдан районда икенсел торлаҡ биреү туҡтатылды, тине башлыҡ. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса тиненә тиклем маҡсатлы төҙөлөшкә йүнәлтелеп, бәләкәй генә биләмәһе булған яңы өй һалыуға тотонола. Был юҫыҡта хакимиәттең капиталь төҙөлөш бүлеге ҙур тырышлыҡ һала. Йылдар дауамында һыналған, намыҫлы төҙөүселәр С. Т. Ғилманов, А. Р. Өмөтҡужин менән эшләү ҙә ыңғай һөҙөмтәһен бирә: социаль торлаҡтар билдәләнгән ваҡытҡа тапшырыла, алдағы осорҙарҙа өйлө булғандарҙан сифат өсөн дәғүә белдереүселәр юҡ.

— Яңы өйҙәрҙә бәхетле тормош көтһөн һеҙҙе, — тигән теләктә тантаналы шарттарҙа йорт хужаларына асҡыстар тапшырҙы Илдар Таһир улы.

Район үҙәгенең И. Солтанбаев, С. Ҡадиров, В. Сөләймәнов, Р. Ғарипов һәм Гоголь урамдарында ҡалҡып сыҡҡан бөтә уңайлыҡтары булған ыҡсым йорттар тәҙрәләрендә тиҙҙән уттар ҡабынасаҡ.

Ошоға тиклем киң күңелле туғандары һәм яҡындары, опекундары йорттарында мөйөш тапҡан Дауыттан Регина Ғәлимова, Асҡарҙан Азат Шиһапов, Илмир Мостафин, Ташбулаттан апайлы-һеңлеле Вәсилә Таһирова, Рәсилә Хәйбуллина, Ҡанат Иҫәнов, Розалия Ғатауллина, Ҡушыйҙан Альбина Дауытова, Сиҙәмдән Зенфир Иҫәнбулатов, Йәнгелдән Радмир Зәйнетдинов, Хәмиттән Ләйсән Ҡасимова һәм Ишбулдынан Роза Әсәҙуллина шәхси торлаҡтарында үҙаллы донъя көтә башлаясаҡ. Әйткәндәй, сират көткән арала уларҙың ҡайһы берәүҙәре ғаилә ҡорорға ла өлгөргән, ҡыҙҙар араһында икешәр бала үҫтереүсе әсәләр бихисап.

Йортло булған йәштәрҙе район башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов, төҙөүселәр исеменән С. Т. Ғилманов ҡотланы. Өй туйларға бүләкһеҙ килмәйҙәр — район хакимиәтенән йорттарҙа бәлә-ҡазалар булмаһын тигән маҡсатта янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар тапшырылһа, Сабир Таштимер улы менән Ансар Рафиҡ улы бирнәлеккә йылы юрғандар бүләк итте.

Йәштәр исеменән яуап тотоусы Ҡанат Иҫәнов оло хәстәрлек өсөн район хакимиәтенә, опека бүлегенә һәм төҙөүселәргә рәхмәт белдереп, үҙҙәренә бағланған ышанысты аҡлап, яңы йорттарҙа матур ғаиләләр ҡороп йәшәрбеҙ, тип һүҙ бирҙе. Тантаналы саранан һуң улар тура яңы йорттарына юл алды.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: