Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2019, 12:27

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һанлы форматта күрһәтә башлай

Федераль мультиплекстың 9-сы төймәһендә — ОТР каналында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң яҡшы тапшырыуҙарын ҡарарға мөмкин.

Федераль мультиплекстың 9-сы төймәһендә — ОТР каналында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң яҡшы тапшырыуҙарын ҡарарға мөмкин. Башҡорт телевидениеһының алтын фондын Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән һәр кем ҡарай аласаҡ.
БСТ һанлы форматта көнөнә ике тапҡыр: иртәнсәк 6-нан 9 сәғәткә, кискеһен 17-нән 19 сәғәткә тиклем күрһәтә.
Телевизор ҡараусылар «Тамыр» балалар телеканалы тапшырыуҙарын, бынан тыш «Орнамент», «Республика Лайф», «Дорога к храму», «Аль-Фатиха», «По сути дела», «Наука 102», «Между прочим», «Красная кнопка», «Вечерний телецентр», «Тау-тау хәбәр», «Выше всех», «Зеркальце», «Тайм-аут», «Реальный футбол», «Историческая среда» кеүек тапшырыуҙарҙы ла таба аласаҡ.
ОТР каналынан күрһәтеү 29 ноябрҙә башлана.
Читайте нас в