-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 11:01

Бахрейн илселәрен нимә ҡыҙыҡһындыра?

Бөгөн Өфө “Рәсәй — Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышында ҡатнашырға килгән ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала.

Бөгөн Өфө “Рәсәй — Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышында ҡатнашырға килгән ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумдың ҡунаҡтары – Бахрейн Короллегенең Ислам эштәре буйынса юғары советы президенты шәйех Абдулрахман бин Мөхәммәт Аль-Хәлиф һәм был илдең Рәсәйҙәге илсеһе шәйех Әхмәт Абдулрахманов Аль-Саати менән осрашты.
Осрашыу барышында республика Башлығы төбәктең ошондай ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршылауы оло ваҡиға булыуын, Башҡортостан Рәсәйҙең ислам үҙәктәренең береһе икәнлеген белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, әле төбәктә 1400-ҙән ашыу мәсет бар, яңылары ла әүҙем төҙөлә.
“Яҡын Көнсығыш илдәре менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүләбеҙ, шул иҫәптән Фарсы ҡултығы ынйыһы – Бахрейн Короллегенә лә”, – тине Радий Хәбиров.
“Уның бөйөклөгө Рәсәй Президенты Владимир Путин менән яҡшы мөнәсәбәттә, беҙҙең илдәр араһында тормоштоң төрлө тармаҡтары буйынса күп килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Бахрейн менән һеҙҙең республика араһында оҡшашлыҡ бар. Беҙ нефткә бай, шулай уҡ һеҙҙең республиканың да алдынғы булыуы, бында исламға, уны үҫтереүгә һәм йолаларын һаҡлауға ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында беләбеҙ. Сәфәребеҙ тағы ла тығыҙыраҡ мөнәсәбәттәргә булышлыҡ итергә тейеш”, – тине шәйех Абдулрахман.
Радий Хәбиров республиканың хеҙмәттәшлеккә асыҡ булыуы, йәғни нефть һәм химиянан тыш, машиналар эшләү һәм туризм кеүек бәйләнештәрҙе көйләрлек өлкәләрҙең да күплеге хаҡында белдерҙе.
Әлбиттә, бындай осрашыуҙар республиканың ислам донъяһындағы ролен генә билдәләп ҡалмай, ә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә төбәктә кооперация һәм экспорт йүнәлешен үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Фото: БР Башлығы сайтынан.

Читайте нас: