+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 18:30

Пенсияны йәштән уйларға кәрәк

Республикала берҙәм пенсия грамотаһы көнө үтте.

Республикала берҙәм пенсия грамотаһы көнө үтте. Сара сиктәрендә уҡыусыларға пенсия тураһында күберәк аңлатыу маҡсатында мәктәптәрҙә осрашыуҙар, тематик дәрестәр уҙғарыла. Пенсия фонды идаралығы начальнигы С. Йомағужин әйтеүенсә, бындай саралар йәш быуынға пенсия тәьминәте хаҡында аңлатыу, мәғлүмәт еткереү йәһәтенән фәһемле.
Таһир Кусимов исемендәге гимназия, 1-се Асҡар урта мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары, Урал аръяғының агросәнәғәт колледжының өсөнсө курс студенттары менән үткән осрашыуҙарҙа пенсия идаралығы етәкселеге буласаҡ пенсияны алдан хәстәрләү, бының өсөн лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләгәндәй һөнәр һайлау кәрәлеге хаҡында аңлатҡан. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биргән.
Асыҡ ишектәр көнөндә Асҡар мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусылары пенсия фонды идаралығына килгән. Уның хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙар-егеттәр өсөн экскурсия үткәргән, эштәре менән таныштырған. Осрашыу иҫтәлеге итеп бөтәһенә лә пенсия, страховка иғәнәләре, хеҙмәт стажы буйынса мәғлүмәт яҙылған китаптар таратылған.
Читайте нас: