+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2019, 10:30

Башҡортостан “Бөйөк Урал Юлы” туристик проектына инде

Ырымбурҙа үткән “Ырымбур яғы – Евразия йөрәге” халыҡ-ара форумы сиктәрендә “Экология” дәүләт проекты - ҡурсаулыҡ зоналарын яңынан эшләтеү” тигән түңәрәк өҫтәл үткәрелде.

Ырымбурҙа үткән “Ырымбур яғы – Евразия йөрәге” халыҡ-ара форумы сиктәрендә “Экология” дәүләт проекты – ҡурсаулыҡ зоналарын яңынан эшләтеү” тигән түңәрәк өҫтәл үткәрелде.

Унда Башҡортостандың махсус һаҡланыулыусы тәбиғи биләмәләре буйынса дирекция менән “Ырымбур”, “Шайтан-Тау” дәүләт тәбиғи ҡурсаулыҡтарының берләштерелгән дирекцияһы араһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Килешеү республикаға Урал төбәктәрендә экологик туризмды үҫтереүҙең масштаблы проектына инергә мөмкинлек бирәсәк. Ул Көньяҡ Уралдағы Ырымбур далаһынан алып поляр Урал тундраһына тиклем федераль кимәлдәге 15 махсус һаҡланыусы тәбиғи территорияны үҙ эсенә ала.

Республика Экология министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, әлеге эш Башҡортостанда “Экология” дәүләт проектының “Биологик төрлөлөктө һаҡлау, республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланылыусы тәбиғәт территорияларын булдырыу юлы менән” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә алып барыла.

Элегерәк ҡайһы бер эксперттар Башҡортостандың эко- һәм этнотуризм өлкәһендә юғары туристик потенциалы булыуын билдәләп үтте. Урал тәбиғәте һәм унда йәшәүсе халыҡтарҙың традициялары, беренсе сиратта, Европа һәм Азия илдәре туристарын ҡыҙыҡһындырасаҡ. Әммә туризм бизнесын үҫтереүгә инфраструктураның тейешле сервистың түбән кимәлдә булыуы ҡамасаулай. Бәлки, был проблемаларҙы киләсәктә, шул иҫәптән бындай проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу нигеҙендә хәл итеп булыр.

#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыБашкортостан

#регпроектыБашкортостан

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://bash.news
Читайте нас: