-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2019, 10:56

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ беҙҙең өсөн бик мөһим

Бөгөн Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов Өфөләге “Мать и дитя” клиник госпиталендә булды.

Бөгөн Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов Өфөләге “Мать и дитя” клиник госпиталендә булды.
“Мать и дитя” компаниялары төркөмөнөң генераль директоры Марк Курцерҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, холдингтың дауалау учреждениелары Рәсәйҙең 26 ҡалаһында бар. Өфөләге госпиталь ошондай кимәлдәге иң эре шәхси учреждение булып тора. Акушерлыҡ, гинекология, неонатология, репродуктология, педиатрия, урология, тергеҙеү медицинаһы өлкәләрендә юғары технологиялы медицина хеҙмәттәренең киң спектрын тәҡдим иткән егерменән ашыу бүлексә эшләй.
Госпиталь составында Башҡортостанда тәүге шәхси бала табыу йорто ла бар. Бында ошо осорҙа 5,5 мең сабый донъяға килгән. Компанияның эш дәүерендә республикала алты меңдән ашыу ЭКО циклы үткәрелгән, шул иҫәптән Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса ла.
Вероника Скворцова һәм Радий Хәбиров госпиталдең бүлексәләрен ҡараны, әсәләр менән әңгәмәләште, госпиталдең артабанғы үҫеш мөмкинлектәре менән танышты.
"Был үҙәк дәүләт ҡарамағында түгел, әммә граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһына индерелгән. Республика кешеләренең байтаҡ өлөшө бында төп дауалау һәм диагностикалау йүнәлештәре буйынса түләүһеҙ ярҙам аласаҡ", - тип белдерҙе Вероника Скворцова. - Шуға күрә республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ гармониялы рәүештә үҫешә".
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты
#нацпроектыБашкортостан #регпроектыБашкортостан

Читайте нас: