+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2019, 13:00

Пенсия таратҡан почтальондар эшенән халыҡ ҡәнәғәтме?

Бөгөн заманса технологиялар осоронда күптәр пенсияһын банктарға күсереп, карта аша ала.

Бөгөн заманса технологиялар осоронда күптәр пенсияһын банктарға күсереп, карта аша ала. Шулай ҙа аҡсаларын почтальондар аша алғандар ҙа аҙ түгел районда, сөнки һәр ауылда банкомат юҡ, ололар өсөн пенсияларын өйгә килтереп биреүҙәре уңайлы ла. Хатта күп кенә йәшерәктәр ҙә пенсияны почтальондар аша алыуҙы хуп күрә.
Тик был ысулдың ыңғай яҡтары менән бер рәттән, пенсия алыусыларҙың аҡса таратыусы почта хеҙмәткәрҙәренең ваҡ аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, тауарлата биреүҙәренә зарланыуҙары хаҡында ишетелә биреп ҡуя. Был хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында пенсияны почтальон аша алған төрлө ауылдарҙағы төрлө йәштәгеләр менән әңгәмәләштек.
Берәүҙәр почтальондарҙа тауар ҡиммәт булғас, алмайым, тине. Оло йәштәгеләр магазинға сығып йөрөй алмағас, аҡса таратыусыларҙан кәрәкле нәмәләрҙе алып ҡалыуын, хатта икенсе айға ҡайһы бер нәмәләргә заказ биреп ебәреүен дә әйтте. Бәғзеләре ауыр сумкалар йөкмәп йөрөгөн ҡыҙҙарҙы йәлләп, нимә булһа ла һатып алып ҡала икән. Әммә берәү ҙә почта хеҙмәткәрҙәренең тауарҙы көсләп һатыуҙары хаҡында һүҙҙәрҙе раҫламаны.
Барыһы ла пенсияны ваҡытында килтергән почтальондарға тик рәхмәттәрен белдерҙе.
Пенсия таратыусы почта хеҙмәткәрҙәре иһә һәр береһенә айына 100 мең һумлыҡ тауар һатырға йөкләмә бирелеүен әйтеп, планды үтәргә тырышабыҙ һәм, ғәҙәттә, теүәлләйбеҙ, тинеләр.
Читайте нас: