+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2019, 17:20

Республика спартакиадаһында һынатманылар

Спартакиадала республиканың төрлө мөйөштәренән 24 команда, йәмғеһе 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Өфөлә терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр араһында XXVIII республика спартакиадаһы иҫәбенә өҫтәл теннисы һәм дартс буйынса ярыш уҙҙы.
Спартакиадала республиканың төрлө мөйөштәренән 24 команда, йәмғеһе 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Әбйәлил командаһын район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Заһит Ғәлимов етәкселегендә Тупаҡтан Йәмил Аҡмырҙин менән Сиҙәмдән Рәйлә Шәрәфетдинова тәшкил итте.
Спортсыларҙы Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Илдар Ғабдуллин, судьялар Винер Рәхимов, Валерий Ғәрифуллин һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров сәләмләне. Еңеү сәме көслө булһа ла, ярыш майҙанында дуҫтарса мөнәсәбәт, үҙ-ара ярҙамлашыу, бер-береңде ҡеүәтләү атмосфераһы хаким итте. Ҡомарланып уйнау бер аҙға тормош мәшәҡәттәрен, ауырыуҙарҙы онотторҙо.
Спартакиадала өсөнсө тапҡыр ҡатнашыусы Рәйлә Шәрәфетдинова был юлы еңеп ҡайтырға тигән маҡсат менән барҙы һәм өҫтәл теннисы буйынса үҙенең төркөмөндә I урын яулап, мораҙына иреште. ДЮСШ тренеры Салауат Баһаув ҡулы аҫтында шөғөлләнгән Йәмил республика кимәлендәге ярышта беренсе тапҡыр көсөн һынаны. Ул Заһит менән алтынсы һәм етенсе урындарҙы биләне. Дөйөм команда зачетында әбйәлилдәр 13-сө урынға сыҡты.
Читайте нас: