+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2019, 18:30

Сәхнәгә ғашиҡтар

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында «Ҡағылыу» республика театр фестивале сәхнәгә ғашиҡтарҙы баш ҡаланың рус дәүләт академия драма теартына йыйҙы.

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында «Ҡағылыу» республика театр фестивале сәхнәгә ғашиҡтарҙы баш ҡаланың рус дәүләт академия драма теартына йыйҙы.
Инвалидтар арһында театр миҙгелен уҙғарыу Президент гранттары фонды һәм республика Хөкүмәте ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Театр сәхнәһендә 21 ижади коллектив сығыш яһаны. Беҙҙең район инвалидтар йәмғиәте намыҫын Амангилде ауыл биләмәһе таланттары яҡланы. Улар – Амангилденән Фирғәт Өмөтҡужин, Мәйсәрә Фәйзуллина, Рәфҡәт Шакиров, Рысҡжанан Иршат Ихсанов, Ишморат Хәйбуллин һәм Әбделғәзенән Лилиә Исмәғилева. Артистарҙы Амангилде мәҙәниәт йортоноң «Шәфәҡ» халыҡ театры етәксеһе Миңзәлә Юлмөхәмәтова әҙерләне. Әйткәндәй, улар араһында «Шәфәҡ» театрында уйнаусылар ҙа бар.
Беренсе һынау буйынса актерҙар ансамбле жюри һәм тамашасылар алдында «Мөхәббәт һәм театр» темаһына өс минутлыҡ презентация тәҡдим итте. Лилиә, Фирғәт һәм Иршат был һынауҙа вокал һәләттәрен күрһәтә алды.
Өйгә эш итеп М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһынан өҙөк сәхнәләштерҙеләр. Бында Ишмырҙа ролен оҫта башҡарған йәш актер Ишморат Хәйбуллин тамашасылар һөйөүен яуланы. Ике һынау йомғаҡтары буйынса 77 мәрәй йыйып, театраль коллектив иң яҡшы унау араһында билдәләнде.
Читайте нас: