+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2019, 10:00

Ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыла

2019 йылда Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә 183 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән.

2019 йылда Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә 183 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Был проектта республикалағы бөтә муниципаль берәмектәр ҙә ҡатнаша. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын тәртипкә килтереү өсөн 1,52 миллиард һум, шул иҫәптән 1,4 миллиарды – федераль бюджеттан, 28,9 миллион һумы – Башҡортостан Республикаһы бюджетынан, 76 миллион һумы урындағы бюджет иҫәбенән йүнәлтеләсәк. Муниципаль берәмектәрҙә әлеге ваҡытты 119 объектта эштәр тамамланған. Беҙҙең районда был программа буйынса Хәлил, Ишҡол, Красная Башкирия, Гусевта заманса ял парктары сафҡа индерелде. Ауыл халҡына мәҙәни һәм спорт саралары үткәреү, балалар менән ял итеү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн уйын майҙансыҡтары, сәхнә, спорт ҡорамалдары булған был парктар ысынлап та бик уңайлы.
https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: